Бер китапта – бер быуат

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Бер китапта – бер быуат

      – Тарихи теманы алдыҡ бөгөн. Сөнки Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына яҡынлашабыҙ һәм уға бәйле саралар, төрлө проекттар күҙ алдында сағыуыраҡ баҫа бара. Юбилейҙың республика кимәлендә генә түгел, тотош ил күләмендә лә билдәләнере мәғлүм – Рәсәй президентының ошо хаҡта указы 2016 йылдың 17 июленән бирле көсөндә. Республика хөкүмәтенең саралар планы бар һәм унда шул иҫәптән нәшер итеү өлкәһендә лә тәғәйен эштәр ҡаралған.

      Шуларҙың берәүһе тураһында һөйләшәйек тә. Руссанан "Тарих осорҙары" тип тәржемәләп булмалы тарихи-документаль атлас ул. Иллюстрациялы тип тә өҫтәлгән һәм быға диҡҡәтте беҙ ҙә йүнәлтәбеҙ, сөнки баҫманың үҙенсәлеге лә шунда – ғалимдарға, башҡа өйрәнеүселәргә түгел, ә тап махсус әҙерлекһеҙ уҡыусыға тәғәйен. "Осор" тип ҙур хәрефтән, берлек ялғауы менән алһаҡ – 1919-2019-сы йылдар, әлбиттә, ә уның эсендәге осорҙар – Башҡортостандың ошо бер быуатлыҡ дәүерендә үткәне-кисергәне: граждандар һуғышы, коллективлаштырыу, нефть, газ, химия, Бөйөк Ватан һуғышы, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү һәм башҡалар.

      Ҡалғанын, әйҙәгеҙ, ошоноң менән ныҡлап шөғөлләнеүсе белгес – Башҡортостан дәүләт үҙәк архивының бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллиндан һорашайыҡ.

 

Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
7eget
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»