5 августа Башҡортостандың бер нисә районында көслө дауыл үтте. Туймазы, Ауырғазы, Ғафури һәм Стәрлебаш райондарында ел ҡыйыҡтарҙы алып осорҙо, электр сымдарын өҙҙө.
Ә бына өйөрмәнең үҙәге Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылына тура килде.
Төбәктә 60-тан ашыу йорт, байтаҡ автомобилдәр зыян күрҙе.
Бөгөн иһә Көйәҙебашта ғәҙәти тормош ҡайнай. Ололар эшкә, балалар мәктәпкә ашыға. Беҙ ҙә белем усағына юл тотабыҙ.
Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1895 йылда ауылда тәүге башланғыс мәктәп асылған. Дәрестәр сыуаш һәм рус телдәрендә алып барылған. Октябрь революцияһына тиклем йөҙҙән ашыу кеше генә уҡый һәм яҙа белгән. 1964 йылда Ильич исемендәге колхоз кирбестән ике ҡатлы белем усағы һалдыра. Урта мәктәпкә Батыр исемле комсомолдың исеме бирелә. Балалар бөгөн дә ошо уҡ бинала уҡый. Августа булған тәбиғәт ғәрәсәтендә ул да зыян күрә.
Дауылдан һуң Көйәҙебаш мәктәбенең ҡыйығы төҙөкләндерелгән. Әммә 1964 йылда һалынған бинаға капиталь ремонт эшләү ҙә ҡамасауламаҫ ине. Ул 2018 йылда ғына көтөлә, тинеләр райондың мәғариф бүлегендә.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1795 йылда Көйәҙебаш ауылында 36 сыуаш йәшәгән. Тимәк төбәккә яңыраҡ ҡына нигеҙ һалынған булған. 1920 йылда 82 ихата иҫәпләнгән. Унда 535 кеше көн иткән. Халыҡ ер эшкәрткән, сана һәм утын һатыу менән шөғөлләнгән. Дауамы - яҙмала.