Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора.
Административ кодексҡа һәм Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индерелде. Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр өсөн элек 2 мең, 2 мең ярым һум штраф булһа, бөгөн ул- 30 меңдән 50 меңгә тиклем. Тартып та аласаҡтар был продукцияны. Енәйәт эше. Иркенән мәхрүм ителмәһә лә, тәүге тапҡыр шулай уҡ штраф. Шәхси эшҡыуарҙарға 100 меңдән 200 меңгә тиклем, магазинда һаттырған предприятие хужаларына 1 млн һумғаса штраф. Йәнә ҡабатлана икән-төрмә. Һатҡан күләмдән дә торасаҡ яуаплылыҡ. Яһалма араҡынан кеше ағыулана, үлә икән, уға ла енәйәти яза ҡарала. Ә тағы ла эскелеккә бәйлеләрҙе мәжбүри дауалау законы тураһында һүҙ бара.