Йәмғиәтебеҙ гүзәлме?

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Йәмғиәтебеҙ гүзәлме?

      – Ҡатын-ҡыҙ һәм хакимлыҡ мәсьәләһен ҡуяйыҡ бөгөн ил алдына. Сөнки демократик дәүләтбеҙ, һәр кемдең хоҡуғы тиң булырға тейешлекккә ынтылабыҙ. Йәнә лә идаралыҡта ҡайҙа улар күберәк, шул ил үҫешкәнерәк, тип баһаланыла бит. Быға 20-се быуатта бөтә мәмләкәттәрҙә лә тиерлек закондарҙың үҙгәреүе, гүзәл затҡа һайланыу талаплы вазифаларға ла юл асылғаны килтерҙе. Донъя эшҡыуарлығының өстән бер өлөшө самаһы – ҡатын-ҡыҙ ҡулында йәки улар етәкселегендә икән.

      Сентябрь аҙағында Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының сираттағы киңәйтелгән ултырышы үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде, репортажыбыҙ ҙа булды һәм бөгөнгө "Асыҡ студия"ға әлеге тема шул иҫәптән уның йөкмәткеһенә лә бәйле яралды. Ултырыш башҡарма һәм муниципаль власть органдары менән граждандар йәмғиәтенең бергә эш итеүе мәсьәләләренә арналды һәм, тәбиғи, ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе лә сыҡты. Сығыш яһаусылар ҙа күпселектә тап улар, ҡатын-ҡыҙҙар, ине. Быға район һәм ҡалалар хакимиәттәрендә ошоға ҡағылышлы, мәҫәлән, социаль мәсьәләләр, менән гүзәл заттарҙың йышыраҡ шөғөлләнеүе лә йоғонто яһағандыр. Сығыштар араһында "Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы миҫалында граждандар йәмғиәте институттарының дәүләт хакимлығы органдары менән үҙ-ара файҙалы эше тәжрибәһе" тип аталғаны ла булды, быны берлек рәйесе Рәшиҙә Солтанова башҡарҙы һәм әле генә уны студияла ҡаршыланыҡ та.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Уфимская волна