Етәләр-тоталар-түләтәләр.

Башҡортостан Суд приставтары хеҙмәте начальнигы Илнур Мәхмутов менән асыҡ әңгәмә. 

Фото №1 - Етәләр-тоталар-түләтәләр.

ИМ. Юл ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле бурыстар кәмегән. Бер йыл инде штрафтың ярты күләмен генә түләү мөмкинлеге бар. Был эш әүҙем бара, күпселектә ул суд приставтарына ла барып етмәй. Әммә! Юлда шулай уҡ йөрөүҙәрен дауам итәләр. Нисек үтәмәнеләр, шулай үтәмәйҙәр. ГС. Кредитты нисек алдылар, шулай алалар. ИМ. Улар күп. Үткән йыл менән сағыштырғанда, 2 миллиардҡа күберәк йыйып алдыҡ, 3 миллиардҡа барып етте күләме. Кеше аҡса йыйырға өйрәнмәгән. Еңелгә, анһатҡа әүҙемләште. ГС. Коллекторҙар ҙә рәхәт йәшәй. ИМ. Әйтмәҫ инем, Башҡортостанда ике ойошма ғына рөхсәт алған, ҡалғандары Мәскәүҙән. Коллекторҙарҙың хоҡуҡтары сикләнде. ГС. Был кешегә ирек бирҙе? Улар рәхәтләнеп түләмәй? ИМ. Юҡ, был уларҙы яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Әммә, эйе, һеҙ әйткән-дәлил. ГС. Күршеһе өсөн коммуналь түләүҙәр башҡарған зарлана… ИМ. Ике-өс фатиры булғандар жкх түләмәй. Быйыл 9 ай эсендә 5 миллиард ярым һумлыҡ мөлкәткә арест һалып, күбеһен һатыуға ҡуйып, йә штраф һалып, түләттерҙек. Ғөмүмән, бурыслылар, сит илгә сыға алмайҙар. ГС. Һалым да түләмәйҙәр. Ҡараңғы бизнес, яһалма ип-лар. ИМ. Быйыл 2 миллиард 800 мең пошлина, һалымдар ҡайтарып бирҙек. Шуның 700 миллионы республикаһы ҡаҙнаһына төштө. Иҫәптәренә арест һалабыҙ. Текә-текә машиналарына һалым түләмәйҙәр. Ҡыйбатлы машиналар, һалымдары 100 меңгә тиклем етә. Урам уртаһында ла автомобилдәрен тартып алырға тура килә. Һеҙ әйткән ҡараңғы бизнес буйынса, беҙ ныҡ тотонғанбыҙ. Беҙ уларға тыңғылыҡ бирмәйәсәкбеҙ. ГС. Әммә һалымын түләмәүсе эшҡыуар, алиментын түләмәүсе алиментсы беҙҙә нормаға әйләнгән. ИМ. Килешмәйем. Норма түгел! 300 миллиондан ашыу алимент түләтеп алдыҡ быйыл ғына. Алимент түләмәйһең икән, кредит бирмәйҙәр, эшкә урынлашыу ауыр. 15 тәүлек төрмә. Ҙур штраф, урам һепертеү-һеҙҙеңсә аҙмы? Машинала йөрөү хоҡуғын сикләү, бөгөн 90 процент алимент түләмәүсе был хоҡуҡтан сикләнгән. Аҙмы? Йыл башынан беҙ уларҙы ныҡ ҡына ҡыҫып алдыҡ. Һан кәмей. Ҡыйын уларға, ҡыйын.. . ГС. Ауылда йәшәгән берәүгә сит илгә сығырға кәрәкмәй, велосипедта йөрөй ул. Алиментын түләмәй ул. ИМ. Түләр, бөгөн түгел икән, иртәгә. Бер айҙан. Ике айҙан. Өсөнсө айға ҡалдырмабыҙ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями