Саңлы түгел документтар, заңлы

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Саңлы түгел документтар, заңлы

       – Эфирға оло байрам алдынан сыҡтыҡ һәм унда төп һүҙҙең ошо булырға тейешлеге лә - тәбиғи. "Оло" тип тә һүҙ күркәмлеге өсөн генә әйтелмәне, шулай дөрөҫ булырға тейешлеккә инаныуҙан белдерелде, сөнки дәүләт байрамдарының, рәсми даталарҙың үҙ йөкмәткеһе, үҙ әһәмиәте бар. Улар аша, мәҫәлән, тарихҡа өҫтәмә иғтибар бирелә, үткәндәрҙе байҡау илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй һәм башҡалар.  

      Республика көнө иртәгә, 11 октябрҙә, билдәләнһә лә, үҙенә ҡағылышлы саралар, йылдағыса, алдараҡ башланды, ә төп рәсми ваҡиғалар бөгөн уҙҙы. Байрам оҙаҡ йылдар инде үткәрелә, ойоштороу, йөкмәтке йәһәтенән тәжрибә ҙур – спорт уйындарына, мәҙәни-күңел асыу, сәнғәт сараларына күп майҙансыҡтар бирелгән. Ошо минуттарҙа Өфөлә, Спорт һарайы ҡаршыһында, митинг-концерт бара.

      Башҡортостандың бик боронғо тарихлы икәне билдәле, әммә бөгөнгө тапшырыуҙың илгә байрам алдынан сығыуын, йәнә 100 йыллыҡты уҙғарыуға әҙерлек барғанын иҫәпкә алып, бөгөн иғтибар күпселектә ике датаға – 1990 һәм 1919 йылдарға бүленер. Үткән аҙна аҙағында, 5-6 октябрҙә, Ҡаҙанда, "ХХ быуаттың 20-30-сы йылдарында Волга-Урал төбәгендә милли-дәүләти төҙөлөш" тигән атамалы Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде, унда белдерелгән фекерҙәр ҙә хайран мөһим, әлбиттә, сөнки бындай сараларҙа төрлө тарихи ваҡиғаларға баһа ла бирелә бит. Етмәһә һүҙ әлеге осраҡта, ҡабатлайбыҙ, милли дәүләтселек тураһында бара.

      Тапшырыуҙы артабан әңгәмә рәүешендә дауам итәбеҙ – студияла Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимовты ҡаршылайбыҙ.    

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии