Күңел ихтыяжына әүерелһен

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Күңел ихтыяжына әүерелһен

      – Экология йылы бара илдә. Икенсегә, әйткәндәй. Башҡортостанда, өҫтәп – айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы ла. Һәм "Йыл ғына булып ҡалмаһын ине ул…", тип, бәлки, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр табылһа ла, быны шәхсән бик хуплауыбыҙҙы белдереп ҡуяйыҡ. Шуның менән бергә ошо рухлы, шул дәртле, әлеге йөкмәткеле, йыл ғына түгел, йылдар, быуаттар кәрәклеккә лә ҡараш – хайран ыңғай, әлбиттә. Ләкин дәүләт өсөн тормоштоң башҡа яҡтары ла мөһим, шуға күрә өҫтөнлөктәр үҙгәрә, яңы фармандар сыға тора һәм бында тематик 12 ай тамамланыу менән баяғы рух, дәрт, йөкмәткенең, ус ҡағылып, онотолмауы мөһим. Артабан инде эш хөкүмәттең ҡушыуы, хисап талап итеүе арҡаһында түгел, ә күнегеү, өйрәнеү буйынса, үҙенән-үҙе барһынсы. Был күңел ихтыяжына әүерелһә – бигерәк арыу. Шулай тигәндә шау-шыулы, күп осраҡтарҙа киң мәғлүмәт сараларында ҡабартып күрһәтелгән ниндәйҙер сағыу акциялар – сүп-сар йыйыуҙан да бигерәк, ҡыйламау күҙҙә тотола.

      Ана шул экология тойғоһо йөрәктәргә инеп ултырһын да, донъя бысратыуҙан тыйылдырып тик торһонсо. Теләк бер ҡатлыраҡмы? Әлегә генә шулай тойола ул, закон талабы көсәйә барған һайын, әҙәм балаһының тәртипкә, берҙән, күнеренә, икенсенән, күнегеренә ышаныс ҙур. Йәғни экология төшөнсәһенең көс ҡулланыу, мәжбүр итеү йәһәтенән дә, күркәмлек, хәүефһеҙлек яҡлап та әһәмиәтен, ҡиммәтен арттыра барырға кәрәк. Һәм әле барған тематик йылдың, күп ҡабатлау арҡаһында һүрәнләнә төшкән тимәй ҙә булмай,  экология төшөнсәһен балҡытып ебәреүен теләү ҙә бар.

      Әңгәмәсебеҙ – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, уның аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, "Йәшелдәр" фирҡәһе рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова.       

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии