Йөҙгә еткәс тәмеңдә, меңгә лә ет кәмендә!

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Йөҙгә еткәс тәмеңдә, меңгә лә ет кәмендә!

       – Гәзит алып кил, юлың төшкәндә, күберәк итеп – мунса тоҡандырырға.

      Ҡыҙғаныс күренеш, әммә бөгөнгө ысынбарлыҡты сағыу күрһәтә был – яҙылыу ныҡ кәмене, күп өйҙәрҙә бөтөнләй юҡтар. 

      – Ниңә кәрәк ул? – тип еңел, әллә ни уйлауһыҙ һығымта яһай икенсе замандашым. – Яңылыҡтарҙы Интернетта алдараҡ уҡыйым, телевизорҙа иртәрәк күрәм, райондағы ваҡ-төйәк, ана, "Бәйләнештә" – шундағы төркөмдә…

      Быға ҡаршы нимә тип яуаплайыҡ? Төркөмдәрҙә тел юҡлығын әйтәйекме? Әйтәйек. Ниндәйҙер мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙың һүҙ бутҡаһына, әрепләшеүгә әйләнеп киткеләгәнен өҫтәйек. Юғары әхләҡи мәсьәләләрҙе көнкүреш кимәлендәге ығы-зығы баҫҡанын да белдерәйек.

      Шуның менән бергә йәмғиәттең ошо ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй ҙә булмайҙыр – кеше шул иҫәптән яңылыҡтар индустрияһында ла ҡатнашырға теләй, уның, боронғоса, уҡыусы ғына булғыһы килмәй. Шуға күрә бөгөн әлеге мөмкинлекте биргән гәзиттәрҙең тиражлы икәне тураһында әйтә алабыҙҙыр. Ребрендинг, редизайн, формат алмаштырыу – донъя бөгөн ошоноң менән шөғөлләнә: иҫкергән яңыртыла, сафландырыла, йәғни эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге ошо төшөнсәләр гәзит матбуғатына ла күсерелә. Ә традицияларыбыҙ, үҙебеҙ тотҡан юл менән ни ҡылайыҡ һуң? Бына уларҙы һаҡларға кәрәктер – мода үтер ҙә китер, үҙ йөҙөң ҡалырға тейеш.

      Быға ҡағылышлы артабанғы фекерҙәрҙе, әйҙәгеҙ, бер нисә минуттан ошо студияла башланыр әңгәмәлә белдерәйек. Студияла "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевты һәм махсус хәбәрсе Рәшит Кәлимуллинды ҡаршылайбыҙ.     

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями