Рәсүл Сәғитов:
– 25 октябрь бөгөн һәм ул, Рәсәйҙә теүәл бер быуат элек, тап ошо көндө, тормошҡа ашҡан боролошло ваҡиғаға ҡараш хәҙер төрлөсә булыуға, баһа совет осоронан ныҡ айырылыуға ҡарамаҫтан, кәмендә - иҫтәлекле дата. Шулай тигәндә 1917 йылдың иҫке стиль буйынса 25 октябрендәге, хакимлыҡҡа большевиктар килеп, Юлий календарынан Григорий календарына күселгәс, 7 ноябрендәге, инҡилаб күҙҙә тотола. "Асыҡ студия"ның был сығарылышында төп һүҙ ошо булыр. Һәм быны беҙ мотлаҡ Башҡортостан автономияһына бәйләп ҡарарбыҙ, сөнки уның шишмә башы – батша ҡолатылған, Рәсәй империяһы тарҡалған әлеге дәүерҙә. Быны 1917 йылдың Рәсәй халыҡтары яҙмышындағы әһәмиәте тураһындағы Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы алды һөйләшеүе тип тә аңлау дөрөҫ.
Студияла Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты хеҙмәткәрҙәре – кафедра мөдире, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов менән доцент, тарих фәндәре кандидаты Рәсих Зәйтүновты сәләмләйбеҙ .