Узи ҡоролмалары-яһалма? Йәки биҙрә хаҡы күпме тора?

Узи йә рентген ҡоролмаһының яһалма, йә сифатһыҙ икәне хаҡында йыш уйланабыҙмы? Ҡыҙыҡ һорау. Асыҡ яуаптар. 

Фото №1 - Узи ҡоролмалары-яһалма? Йәки биҙрә хаҡы күпме тора?

Башҡортостан стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге инженеры Динар Баянов менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора.  

 

Эксперт. Датчик организмды тикшерә. Беҙ-датчикты. Ул кварцлы өлөшсәләрҙән, күҙәнәктәрҙән тора. Ваҡыт үтеү менән ошо датчик ҡартая.  Датчиктарҙың төрлөһө бар. Әммә норма ҡуйылған. 3-4 йыл һайын тикшерелеп торорға тейеш. Мәҫәлән, шеште асыҡлай. Бер йыл ҡараһаң, датчик 18 см төптәгеһен күрһәткән, икенсе йыл 13-тө күрһәтә. Ултыра башлай. Иҫкерә.

Узи аппараттары нисек айырыла?  Кемдер яңыны һатып ала? Кемдер Б.У? 

Эксперт. Ундай ҡоролманы алырға тырышырға тейеш түгелдәр…

ГС. Яһалма ҡоролмалар килеп инә бит? Был дәлил. Факт.

Эксперт. Тендер үткәрәләр…

ГС. Коррупция

Эксперт. Әйтмәҫ инем. Етештереүсенең документтары теүәл булырға тейеш. Биҙрә һатып алмайҙар бит.

ГС. Бөтөн биҙрә күберәк дәүләт медицина учреждениеларына ҡағылалыр? Ә шәхси клиникалар?

Эксперт. Заявка ебәрәләр. Беҙ 10 көн эсендә тикшерәбеҙ. Шәхси клиникалар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерә ҡоромалары сифатына.

ГС. Кесе эшҡыуарлыҡты ҡыҫмау. Заяка көтөргә беҙ мәжбүр, тимәк?  Әгәр бирмәй икән, ул иҫкергән ҡоролмалар менән 100 йыл эшләй ала.

Эксперт. Улар намыҫында. Минздрав контролдә тота.

ГС.  Моғайын планлаштырыу буйынса үтәлер? Дәүләт учреждениеһы ла 100 йыл заяка бирмәүе мөмкинме?

Эксперт. Мөмкин. Финанс һорауын әйтә алмайым…Тикшерергә кәрәк. 

ГС. Ябай кешенең узи аппараты эшләмәй тип ялыу яғып йөрөгәнен күргәнем юҡ. Ә ул операция ла эшләтеп өлгөргән. Киҫеп ҡараһалар, бер нәмә лә юҡ икән, баҡтиһәң, датчик 17 урынына 13 күрһәткән икән…

Эксперт. Кәрәк. Ингәс тә сертификат һорарға тейеш. Халыҡ уйлана. 

ГС. Рентген ҡоролмаларын да Ҡытай эшләйме?

Эксперт. Ҡытай хәҙер нимәне эшләмәй? Рентген ҡоролмаларының аноды эштән сыға, машина бит инде ул

ГС. Роботтың йәше?

Эксперт. Анод ҡартая. Бер 10 йыл тикшерелмәй тора. Шунан инде дөрөҫ күрһәтмәй башлай ала. Контроль булырға тейеш. Норма. Тоҡ  көсөргәнеше 100 булырға тейеш, ә ул 102-не бирә икән, нормаға инә.

ГС. Ә 100 урынана 150? 

Эксперт. Эйе ул саҡта зыян киләсәк.

ГС. Һуң буласаҡ тип әйтәйек.

Эксперт Баянов. Фартуктар ҡулланылырға тейеш?

ГС. Алъяпҡыстар? Ҡайҙа бар улар?

Иғтибарығыҙға-тапшырыу. 

 

 

Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Асыҡ студия
Экология мәсьәләләре. Яңы закондар.
Асыҡ студия
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ