Күмәкләгән – Вики эшләгән

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Күмәкләгән – Вики эшләгән

      – Википедия тураһында һөйләшергә астыҡ бөгөн студияны. Сөнки, беренсенән, тотош донъяла күҙгә салынып, ҡолаҡҡа ишетелеп барған ҙур күренеш был, салына, сөнки электрон ресурс, ә уға бәйлелек көслө, нимәгәлер аңлатма эҙләнгәндә лә күпселектең иғтибары хәҙер ҡағыҙ һүҙлектә түгел, тап шунда, икенсенән, һорау ҙа бар – ни дәрәжәлә ышаныслы ундағы раҫлау вә билдәләмәләр? Юғиһә, ғәфү ителһен, "Һаҡ бул, һин – Викила!" тигән киҫәтеүгә лә тап киленә, шулай мәғлүмәти хилафлыҡтарға ишаралана. Бының ихтималлығы – әлеге Интернет-энциклопедияның йәмәғәт башланғысында, йәғни түләүһеҙ, күмәк хеҙмәт ярҙамында башҡарылған ирекле һүҙлек булыуында. Ләкин бер нәмә дөрөҫ – уны ысын мәғәнәһендә энтузиастар яҙа, илем тигәндәр, телем тигәндәр тултыра. Ә Башҡорт Википедияһының хәле нисек? Ошо турала ана шул энтузиастарҙан һорашайыҡ та. Улар – Рөстәм Нурыев, Башҡорт Википедияһының администраторы, Зәйтүнә Әйле, ирекмән.

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии