Шаулап үҫһен мәңгелек урман, йәшәһен!

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Шаулап үҫһен мәңгелек урман, йәшәһен!

       - Мәңгелекме урман? Ай-һай, тип баштар сайҡалалыр. Ә шулай булһын өсөн тағы нимә эшләйек һуң? Тағы тибеҙ, сөнки был өлкә дәүләттең дә, йәмғиәттең дә иғтибар үҙәгендә даими ҡала килә: ҡануниәт үҙгәрә, Урман кодексына төҙәтмәләр индерелә, улар күпселектә яуаплылыҡты көсәйтә. Һәм кәрәк тә – урмандың иҡтисад ҡына түгел, Ерҙәге, ғөмүмән, тормош өсөн хайран әһәмиәтле икәнен ҡабатлап тормайыҡ. Шуның менән бергә стенаға эленгән һүрәт - Шишкин, ауған ағас, айыуҙар тип кенә лә ҡарай алмайбыҙ быға, ул - тере йән, уның менән бергә тотош донъялар – фауна, флора йәшәй. Тере икән, хәстәрлек күреү ҙә талап. Һәм хәстәрлек һаҡлауҙан ғына ла тормай, ҡырҡырға ла кәрәк - ололар урынын йәштәр биләүе, кешеләрҙәге ише күсәгилешлелек бында ла бик урынлы. Йәнә лә ағастың төҙөлөш материалы, яғыулыҡ булараҡ та ҡәҙерле булғаны мәғлүм. Уны әлеге маҡсатта файҙаланыу яғынан да халыҡтан һорауҙар күп. 

      "Асыҡ студия"ның бөгөнгө сығарылышында ошолар һәм башҡалар тураһында һөйләшмәксебеҙ. Ҡунағыбыҙ – Башҡортостан Урман хужалығы министры ярҙамсыһы Айрат Искәндәров.

Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Асыҡ студия
Экология мәсьәләләре. Яңы закондар.
Асыҡ студия
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Асыҡ студия
уфавсердце
Пенальти