Етмеш йылды билдәләгән етенсе көн...

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Етмеш йылды билдәләгән етенсе көн...

       – 7 ноябрь бөгөн һәм, дата әйтелеү менән, күпселектең, һәр хәлдә элекке СССР-ҙа йәшәгәндәрҙең, күҙе алдында етмеш йыл буйы,  ашыуыраҡ та әле, махсус, маҡсат ҡуйып ололанылған, был, мәҫәлән, халыҡты көҙгө бысраҡ-һалҡындарҙа урам-майҙандарға мәжбүри сығарып та башҡарылған, берҙән-бер, ләкин ана ниндәй, сикһеҙ тиерлек, хакимлыҡҡа эйә сәйәси фирҡәне данлап һөрәнләүҙәргә эйәреп ҡысҡыртылған, шуның менән бергә, ғәҙәткә инеп, ҡанға һеңептер инде, кешенең үҙе тарафынан да тантана рәүешендә ҡабул ителгән, ул саҡта юғары рух, күтәренкелек менән аталғанса, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө баҫалыр. Яңы тарихта ул байрам тип белдерелмәһә лә, үҙенә баһа бөтөнләй икенселәнһә лә, ошо һүҙҙе ҡулландыҡ, ваҡиғаны ла, совет осорондағыса, тулы әйттек, хатта инҡилап тип тәржемәләп тә торманыҡ – һәр нәмә асыҡ аңлашылһын һәм һәр нәмәгә ғәҙел ҡаралһын.

      Советтар Союзы дәүерендә уның, ноябрҙә билдәләнһә лә, октябрь байрамы тип йөрөтөлгәнен дә өҫтәйек һәм бының сәбәбе асыҡ – түңкәрелеш иҫке стиль буйынса 25 октябрҙә тормошҡа аша, ә инде аҙаҡ, большевиктар илде Григорий календарына күсергәс, был 7 ноябрҙә урын ала.

      Ҡыҫҡаһы, теүәл 100 йыллыҡ көнө бөгөн һәм "Асыҡ студия"ны тап ошоға арнауыбыҙ мәғлүмәти яҡлап та, оло быуынға хөрмәтебеҙ йәһәтенән дә, ул тип Граждандар һуғышында башын һалғандарҙың, әлеге идеяларға ысын мәғәнәһендә инанып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булғандарҙың яҡты хәтере йәһәтенән дә тәбиғи, хаҡ, тигән аныҡ фекерҙәбеҙ. Хеҙмәт кешеһе лә ошо ҡаҙаныштар хөрмәтенә яңы бейеклектәргә рухландырылды бит, түшенә 25 октябрь – 7 ноябрь символикаһы төшөрөлгән бүләктәр тағылды.

      Тарихты белеү ҙә мөһим бит, баһаһыҙ ғына ла белеү мотлаҡ – яҡшынан өлгө, ямандан ғибрәт алырлыҡ булһын. Үткәнде асыҡ иҫләмәйенсә, киләсәккә нисек төбәлеү мөмкин…

      Инеш тамам, ә төп өлөш, ғәҙәттәгесә, һорауҙарға яуап биреү рәүешендә барыр һәм бөгөн быны сәйәсәт белгесе, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының юридик факультеты деканы Әхтәр Боҫҡонов башҡара.

 

Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Асыҡ студия
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Пенальти