Бөгөн бөтә донъя сифат көнө.
Тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифатлы булыуы айырым етештереүсенең һәм дәүләттең конкурентлыҡ һәләтен билдәләй. Тәрәнерәк фекер йөрөтһәк, был ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу, етештереү һөҙөмтәлелеген артырыу, продукцияларҙың, хеҙмәтләндереү төрҙәренең һәм тирә-яҡ мөхиттең хәүефһеҙлеге, һәм ғөмүмән тормош сифаты. Сифат проблемаһы һәр ваҡыт көн үҙәгендә. Бөгөн беҙ ҙә ошо мәсьәләне күтәрәбеҙ.
Башҡортостандағы стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең бүлек мөдире Сабит Солтанов менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.