Мәскәүҙә XII Бөтә Рәсәй журналистар съезы үтте

Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә Рәсәй журналистар берлегенең XII съезы үтте. Унда Рәсәйҙең 80 төбәгенән 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Фото №1 - Мәскәүҙә XII Бөтә Рәсәй журналистар съезы үтте

Форумда ойошманың яңы редакциялағы уставы ҡабул ителде.

25 йылдан ашыу союзды Всеволод Богданов етәкләне. Ул үҙ сығышында атҡарылған эштәргә байҡау яһаны, журналистарғың социаль статусын күтәреү, мәғлүмәт сараларына ышанысты арттырыу, ойошманы модернизациялау кәрәклеген билдәләне.

 

      Журналист -  хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Халыҡ-ара журналистар федерацияһы сәркәтибе Энтони Беланже билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ғына донъяла 58 журналист үлтерелгән. Уларҙың икәүһе Рәсәйҙән.

2018 йылда Мәскәү ҡалаһының тап уртаһында һуңғы 20 йылда йәне ҡыйылған хеҙмәттәштәребеҙгә һәйкәл ҡуйыласаҡ.

 Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй журналистар берлеге сәркәтибе Леонид Левин ҡыҙыу нөктәләрҙә эшләгән журналистар тураһындағы законға туҡталды.

                                       Яҙма – левин

Танылған журналист Павел Шеремет бер интервьюһында “Журналистика менән шөғөлләнеү – рәхмәтһеҙ эш. Аҡса әҙ. Цензура күп. Эксклюзив бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Көнө-төнө эшләргә тура килә. Әммә барыбер блогерҙар һәм интернет-трольдәрҙе ҡыуып етеп булмай” тигәйне. Ни өсөн социаль селтәрҙәргә иғтибар ҙур? Блогерҙарҙың яҙмаларын, видеорепортаждарын журналистика тип атай алабыҙмы?

Был һорауға танылған журналист, Мәскәү журналистар союзы рәйесе, Московский комсомолец газетаһының баш мөхәррире Павел Гусев яуап бирҙе.

 

Съезда журналистар берлегенең яңы рәйесе һайланды. Ул 53 йәшлек Рәсәй тележурналисы, сәйәси күҙәтеүсе, продюсер Владимир Соловьев.

Владимир Соловьев Югаславияла, Балҡандарҙа, Чечен республикаһында эшләгән, хәрби хәбәрсе булараҡ 7 һуғышта ҡатнашҡан.

Ул нигеҙһеҙ рәүештә аккредитация эшләүҙән  баш тартҡан өсөн яуаплылыҡты арттырыу, блогерҙарҙы журналистар берлегенә туплау һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы тигән маҡтаулы исем булдырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Беҙ яңы рәйескә уңыштар теләйбеҙ.

                    

XII Рәсәй журналистары съезында иң ҙур делегацияларҙың береһе Башҡортостандан ине.

Әңгәмәселәребеҙ – Күгәрсен хәбәрҙәре газетаһының хаттар бүлеге мөдире Гөлдәр Абдуллина, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, баш мөхәррир Фәйрүзә Юнысова һәм Краснокама мәғлүмәт үҙәге директоры Ирина Вәлиева.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями