2018-ҙә 18-гә яҡынлағанда

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - 2018-ҙә 18-гә яҡынлағанда

      – Һайлау тураһында һөйләшергә астыҡ бөгөн студияны. Шуның менән был ғайәт мөһим эшкә, уның бер өлөшөнә, асыҡлыҡ индереү – ниәт, сөнки юғары сифатҡа бында ла тәрән төшөнөү булғанда ғына өлгәшелә бит. Шулай тигәндә эштең, кәмендә, был юлы нисек башҡарылғанын аңлау хәжәт, ә, ҙурҙан алғанда, үҙ кандидатың мәсьәләһендә лә ҡәтғи ҡарарға килергә ваҡыттыр – 18 мартта, һайлау участкаһында, бюллетень яңылыҡ булмаһын. Бик етди кампания булғанға, бигерәк тә беҙҙең илдә етди булғанға, кәрәк ҡәтғилек – ҡайһы бер бүтән дәүләттәрҙән, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарынан, айырмалы, һайлау туранан-тура үткәрелә, быға хоҡуҡлы һәр кем тауышын шәхсән бирә. Америкалағы ише,  кандидатты түгел, ә уны һайлаусыны ғына һайламағасың, яуаплылығың да юғары икәнен таныйыҡ: паспортың күрһәтелеп, имзаң ҡуйылыу – ҡайһылыр фамилия эргәһендәге билдәң өсөн әлеге шул яуаплылығың да бит. Тауышың йәшерен бирелһә лә, бының өсөн үҙеңә бер нисек тә ҡырын ҡаралмаһа ла, кандидат эшмәкәрлеге – һинең эшмәкәрлегең дә: киләсәктәге генә түгел, үткәндәгеһе лә. Шулай тигәндә һүҙ башындағы етдилек күҙҙә тотола – кемдер булмаҫты вәғәҙәләй тип, йә, үтмәҫе бөгөндән билдәле булһа ла, ҡыҙыҡ өсөн, тауыш биреү – хата, әлбиттә, ҡыйыш аҙым. Бындай хәлдең дә булғаны бар, аҙаҡ көлөп һөйләнелгәне иҫтә – әле шуға ишаралана. Киләсәк тә, үткәндәр ҙә, тип тә тиккә белдерелмәне – шундай ҙа оло вазифаға дәғүәсенең уҙған тормош юлы ла таҙа булһын.

      Былар дөйөм ҡараш булды. Артабан 2018-ҙә 18-гә тағы ла яҡынлай төшәйек һәм бына нимә тураһында һөйләшәйек. Алты йыл элекке президент һайлауынан быныһы күп яҡлап айырыла, беләбеҙ. Шул арала президент һайлау тураһындағы законға төҙәтмәләр 15 тапҡыр индерелде, 87 статьяның 59-ы үҙгәртелде, дүрт ҡушымтаһы ла бынһыҙ ҡалманы. Ул ғына ла түгел, үҙгәреште һайлау хоҡуғының төп гарантиялары тураһындағы закон да кисерҙе, ә был алдараҡ телгә алынған документта ҡабатланылмай. Бөтәһен дә теҙеп тормай, былтыр индерелгән генә төҙәтмәләргә диҡҡәт ҡылғанда – теркәүҙән төшөрөү танытмаларының ғәмәлдән сығарылыуы, тауышты йәшәгән ереңдән башҡа урында ла бирә алыу һәм, иғтибар ителһен, һайлауға йәмәғәт палаталарына үҙҙәренең күҙәтеүселәрен ебәрә алыуы. Иғтибар һораныҡ, сөнки тап ошо турала булыр бөгөн төп һүҙ, һайлау кампанияһының бер өлөшөнә асыҡлыҡ тигәндә нәҡ шул күҙҙә тотолғайны ла.

      Йәмәғәт палаталары был эш менән, эйе, ошоғаса ла шөғөлләнде, ә инде, “Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында” законда Рәсәй Йәмәғәт палатаһының һәм төбәктәр йәмәғәт палаталарының һайлау комиссияларына күҙәтеүселәр тәғәйенләү хоҡуғы теркәлгәс, был күренеш яңы баҫҡысҡа күтәрелде. Йәғни Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙы ойоштора, ә йәмәғәт палаталары күҙәтә, ошо юл менән таҙалыҡ, үтә күренмәлелек тәьмин ителә.

      Субъекттар палаталары тигәндә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ла күҙҙә тотола, әлбиттә. Унда ла бөгөн әлеге ҙур эшкә әҙерлек бара. Әҙерлек кәрәк, сөнки яуаплылыҡ ифрат оло, был уяулыҡты ла, грамоталылыҡты ла талап итә. Республикаға ҙур көс тә төшә – һайлаусылар күп, һайлау участкалары ғына ла өс мең ярымға яҡын.

      Артабан – әңгәмә. Студияла Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Исхаҡовты сәләмләйбеҙ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти