Артыҡ ауырлыҡ менән көрәш

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Артыҡ ауырлыҡ менән көрәш

      – Юлдар тураһында һөйләшәйек бөгөн. Ихтыяж ҙур булғанға: яҡшыһы ла был Рәсәйҙең – оҙондар, айҙар буйы барырға мөмкин, яманы ла был уның – бөтәһен дә таҡыр тимәҫһең һис. Таҡыр итергә теләк һаман көсәйһә лә, ҡаҙнанан сығым сағыштырмаса арыу бүленһә лә, эштәр даими башҡарыла килһә лә, камиллыҡҡа иртәрәк әле. Сәбәптәре күп атала: сифатһыҙ проектлау, йүнләп ҡарамау, төҙөлөш материалдарының хөртлөгө, әле әйтелгән дә инде география, мәҫәлән, 60 процент – мәңгелек туңлыҡта, системалы контролдең етешмәүе, артыҡ ауырлыҡ һәм башҡалар.

      Бөтәһе лә мөһим, һәр береһенең өлөшө мул, әммә бөгөн һуңғыһын айырып ҡарайыҡ. Сөнки хайран мөһим мәсьәлә, ошо өлкә эсендә генә ҡалмай, ижтимағи кимәлгә лә күтәрелә һәм эш бына нимәлә.

      Илдә юлдар тураһында һүҙ сыҡҡанда сифат ҡалҡыусан башта. Артынса, бәғзе осраҡта тәүҙә үк, хәрәкәт тығыҙлығы белдерелә. Артабан инде, ҡатмарлылыҡ тыуҙырыусы булараҡ, оҙон йөк машиналарына эйәк ҡағыла. Ижтимағи мәсьәлә, тип тә тамсы бүрттермәй әйтелде – фура менән еңел автомобилдең хоҡуҡтары, әйҙәгеҙ, уларҙы ошолай йәнле итеп алайыҡ, төрлө булһа ла, тәүгеһенең үҙен, башлыса, өҫтөн, хатта һауалы тотҡаны асыҡ.

      Хикмәт әллә нисәмә мәртәбәгә ҡалҡыуыраҡ булыуында ғына ла түгел, үҙен хужа итеп тотоуында. Йәнәһе, бәләкәстәр ҡунаҡҡамы-ҡайҙа бара, бушты бушҡа ауҙара, ә мин – эштәмен, ал юҡ, ял юҡ. Һеҙҙең өсөн ташыйым, әйткәндәй, тауарҙы. Шулай, ләкин, беренсенән, билдәле роман атамаһын ҡулланып, һайлап алынған яҙмышҡа ишаралайыҡ, икенсенән, эшҡыуарлыҡ был, файҙа алаһың һәм килемде мул төшөрөү теләге лә әйҙәй бит замандашыбыҙҙы бында. Шулай булғас, тиң хоҡуҡлылыҡ һәм бурыслылыҡ ҡына булырға тейеш – ниңә әле, кемдер юлды боҙһа ла, майҙанды күберәк биләһә лә, тимәк, башҡаларға ҡамасаулаһа ла, шул уҡ хаҡты түләй?

      Ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү, исмаһам, кәметеү маҡсатында хөкүмәттең ҡарарҙары сыға ла тора. Иң билдәлеһе – түләү индерелгәне, ләкин уныһының да, шау-шыу тыуҙырылыуы арҡаһында, тәүҙә уйланылған кимәлдән төшкәне мәғлүм. Йәнә лә артыҡ ауырлыҡ боҙа юлды – 44 тонна урынына 146 тонна тейәүҙе нисек аңламаҡ вә аҡламаҡ кәрәк?..

      Мәсьәләне әхләҡи юҫыҡта ла ҡарарға мөмкин: һөнәреңде йәһәт  аҡса эшләү ысулы итеп кенә ҡарама, тәртип, тәүфиҡ сиктәренән сығармаһын һине был. Һәм дәүләттең тейешле бөтә процедураларҙы үтеп көсөнә ингән закон нормаһы бар икән, һүҙһеҙ үтә, урау юлдар эҙләмә. Быны ла әйтмәй булмай, сөнки йөк контроле пункттарында туҡтамай уҙыусылар ҙа юҡ түгел. Кемгәлер ялланып, әйтәйек, ҡырсын ташыйһың икән – хуп, ләкин, ике йөрөмәйем тип, өймәләм тултырма. Өҫтөн һәйбәтләп ҡапла, юлға, тимәк, башҡаларға, осмаһын.

      Һәм башҡалар, һәм бүтәндәр. Артабанғы һүҙ – тапшырыуҙың эксперттарынан. Әңгәмәселәребеҙ – Башҡортостан дәүләт йөк контроле хеҙмәте вәкилдәре – фотоматериалдарҙы техник эшкәртеү бүлеге етәксеһе Салауат Арыҫланов һәм баш белгес Салауат Хилалов.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ