Ҡаты талап – яҡшы, әммә йомшартыу ҙа зыянһыҙ

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ҡаты талап – яҡшы, әммә йомшартыу ҙа зыянһыҙ

      – Башҡортостанда бөгөн парламент көнө – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың айға бер үткәрелгән ултырышы уҙҙы. Һәм был, беҙҙеңсә,  – тапшырыуға алырға ҙур нигеҙ. Нигеҙ ҙур, сөнки ижтимағилыҡ та, сәйәсилек тә тәү нәүбәттә ошонда, закондар сығарыу урынында, бергә туплана бит. Уртаҡ майҙанда йыйылғас, етешһеҙлектәр асығыраҡ күренә, тимәк, хәл ҡылыуға ыңғайлатыу ҙа еңелерәк.     

      Бөгөнгө ултырыш быйыл тәүгеһе булыуы сәбәпле, парламент рәйесе башта яҙғы сессияла көтөлгән эшкә ҡыҫҡа байҡау яһаны. Ошо арауыҡта 50 закон проектын ҡарау, 2017 йылда беренсе һәм икенсе уҡыуға сығарылғандар буйынса эште тамамлау күҙҙә тотола. Тәғәйен акттарға килгәндә – административ хоҡуҡ боҙоуҙар, административ комиссиялар, дәүләт хеҙмәте һәм муниципаль хеҙмәт,

ер мөнәсәбәттәрен көйләү, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм башҡалар тураһында. Инновация эшмәкәрлеге, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр, йәш ғаиләләргә ярҙам буйынса түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырыла. Йылда башҡарыла килгән, Конституцияла теркәлгән, саралар ҙа ойоштороласаҡ: мәҫәлән, республика хөкүмәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлеге, дәүләт милкен хосусилаштырыу, Контроль-иҫәп палатаһы, кеше, бала, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса органдарҙың, эске эштәр министрының, прокурорҙың хисаптары.

      Артабанғы һүҙҙе әңгәмәсебеҙ – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев менән дауам итәбеҙ.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна