Көл булмаһын, гел булһын

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Көл булмаһын, гел булһын

      – Тел тураһында булыр бөгөн һүҙ. Һуңғы осорҙа уға бәйле бер ҡыҙған, бер тымған бәхәстәр араһында бөгөнгө рәүештәге һөйләшеү таман урынлашыр, файҙалы булыр, тигән фекер ныҡлыҡтан был, сөнки артыҡ ҡыҙыулыҡ арыу булмаған һымаҡ, бөтөнләй һүрелеү ҙә һәйбәт түгел. Самаһыҙ дөрләүҙең аҙағы һалҡын көл икәнен дә онотмау хаҡ. Телдең терелеге мөһим икән, уны ана шул тере йән итеп күрергә лә кәрәк, ә был инде үҙенә ҡараштың, мөнәсәбәттең дә даими булырға тейешлеген талап итә – төрлө хәлдәрендә лә аңлау, ҡурсалау, киләсәген хәстәрләү хәжәт.

      Быға бәйле киң билдәле фекерҙәрҙе ҡабатлап тормай ғына, дәүләт хәстәрлегенә килгәндә, һуңғы ваҡытта ҙур документтар донъя күргәненә диҡҡәт ҡылыу дөрөҫ булыр. Мәҫәлән, республика башлығының дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә гранттар тураһында указы сыҡты. Унда оло һандар аталғаны киң асыҡ. Алдараҡ, былтырғы сентябрҙә, республиканың дәүләт телдәрен һәм уның халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында фарманға ла ҡул ҡуйылғайны. Тап унда әлеге гранттарҙы ойошторорға, йәнә лә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү Фондын булдырырға, өҫтәп дәүләт программаһын раҫларға ҡушыла. Быларҙың барыһы хаҡында ла, бәлки, аталмағандарын да иҫкә алып, һөйләшелер бөгөн, ләкин төп иғтибар һуңғыһына – программаға төшөр. 

      2018 йыл башына, тулы рәсми атамаһы менән әйткәндә, «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы проекты әҙерләнеп бөттө һәм үткән аҙнала киң фекер алышыуға сығарылды. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән ойошторолдо был, сөнки программа проектына йәмәғәт экспертизаһы үткәреүселәрҙең береһе сифатында ул да билдәләнгәйне. Әҙерлек менән Фәндәр Академияһының эшсе төркөмө шөғөлләнде һәм шөғөлләнә лә .                

      Әңгәмәселәребеҙ – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева һәм ғалим, мәғариф ветераны Вәкил Хажин.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти