Олоғайған яҡындарыбыҙҙы хәстәрләү төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Шулай ҙа ҡараусыһыҙ ҡалған инәйҙәргә һәм олатайҙарға нимә эшләргә: ҡарттар йортона барырғамы, әллә ғаиләгәме? Бөгөн "Асыҡ студия"ла ошо турала фекер алышабыҙ. Тапшырыуҙа республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре Айгөл Ғилметдинова, Гөлшат Хөснөтдинова, психолог Әлмирә Исхакова һәм Сибай ҡалаһының “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Илһам Әбделғужин ҡатнаша. Авторы - Зөһрә Арсаева.