Хәтерләйек!

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Хәтерләйек!

      – 23 февраль алдындабыҙ һәм, Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлашҡан һайын, уға бәйле саралар ҙа, йылдағыса, ишәйә. Күпселеге – рәсми, оҙаҡ ваҡыт ҡабатлана килә, әммә бынан да фәҡәт ыңғайлыҡ күреү кәрәк, сөнки, күңелдә гел йөрөһә лә, тышҡа әллә ни сығарылып бармағандар – яуҙар ветерандарына, тыныс тормошта ла хәрби бурыс үтәгәндәргә рәхмәт һүҙҙәре, дан йырҙары майҙандарҙа белдерелә бит. Белдерелһен дә – илһөйәрлек, дәүләттең, халҡыбыҙҙың үткәне менән ғорурланып, бөгөнгөһөн хәстәрләү, һөҙөмтәлә киләсәккә лә ныҡлы еп һуҙыу, шул иҫәптән ошолай ҙа һеңдерелә.

      Ҡушымта булараҡ, ә бәғзе осраҡтарҙа – айырым алып та, бының заманса, креатив, үҙебеҙсә әйткәндә – ижади ысулдары ла ҡулланылһа – бигерәк һәйбәт. Ошоға миҫал – 22 февралдә Өфөлә, Еңеү паркында, уҙыр Хәтер көнө. Һәм бында календарҙағы ҡыҙыл дата ғына түгел, ә Башҡортостандың аҫыл улдары – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың, Советтар Союзы Геройы Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов)тың һәләк булыуҙарына 75 йыл тулыуы ла мөһим – 1943 йылдың 23 февралендә тип тарихҡа ингән уларҙың батырлыҡтары.

      Артабан һүҙҙе тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов ҡатнашлығында дауам итәбеҙ.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии