Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға

      – 8 март алдындабыҙ һәм ошо турала һөйләшәйек тә. Заманында йыш телдәге, бөгөн, тапшырыу аҙағында, эфирға ла ҡуйылыр йырҙағыса, изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе ҡуйыла ил алдына. Күркәм зат һәм дәүләт хакимлығы араһын да ҡарау, беҙҙеңсә, дөрөҫ булыр, сөнки демократик дәүләтбеҙ, һәр кемдең хоҡуғы тиң булырға тейешлекккә ынтылабыҙ. Йәнә лә: улар идаралыҡта күберәк ил үҫешкәнерәк, тип баһаланыла бит. Быға 20-се быуатта бөтә мәмләкәттәрҙә лә тиерлек закондарҙың үҙгәреүе, гүзәл затҡа һайланыу талаплы вазифаларға ла юл асылғаны килтерҙе. Донъя эшҡыуарлығының өстән бер өлөшө самаһы – ҡатын-ҡыҙ ҡулында йәки улар етәкселегендә икән. Ә инде гүзәл заттың һан яғынан да ишлерәк булыуы, гүйә тәбиғәттең үҙенең донъяны шулай тағы ла йәмләргә теләүе, мәҫәлән, Башҡортостанда һуңғы иғлан ҡылынған мәғлүмәттәр буйынса мең ир-атҡа мең бер йөҙ утыҙ дүрт ҡатын-ҡыҙ тура килеүе, мәсьәләнең мөһимлеген уғата арттыра.

      Ҡунаҡтарыбыҙ – Рәшиҙә Солтанова, Фәүзиә Латипова, Фәриҙә Бәхтейәрова. Шундуҡ шуны ла хәбәр ҡылайыҡ: улар бер-береһен студент саҡтарынан уҡ яҡшы белә – Башҡорт дәүләт университетында бер төркөмдә уҡығандар, аҙаҡ та, хеҙмәт юлдары төрлө юҫыҡта –ижтимағи-сәйәси өлкә, журналистика, мәғариф буйынса үтһә лә, һаман шулай барһа ла, бергәләр, берҙәмдәр.

 

Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Асыҡ студия
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии