Тарихын тәртиптә тотҡан – киләсәктә лә отҡан

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Тарихын тәртиптә тотҡан – киләсәктә лә отҡан

      – Архив тармағына бәйле мәсьәләләрҙе һалайыҡ бөгөн уртаға. Сөнки ул да ифрат мөһим. Тәү мәғәнәһе – «хакимлыҡ», әйткәндәй. Немец теле аша латиндан ингән, ә уға, ғәҙәттәгесә, гректан күскән. Йәғни, төп асылы, ә, ныҡлап баҡҡанда – йөкмәткеһе буйынса ла, башкөлләй ижтимағи-сәйәси өлкәгә ҡарай. Дөйөм алғанда, һүҙҙе ҡыҫҡа тотҡанда – документтарҙы артабан файҙаланыу маҡсатында уларҙы ҡабул итеү, системаға һалыу һәм һаҡлау ойошмаһы. Төрҙәре бик күп: ойошмалар архивтары, тарихи архивтар, төбәк архивтары һәм башҡалар. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт архивы барлығын беләбеҙ. Шәхси архивтар ҙа эшләй.

      Мәсьәлә тапшырыуға йәнә шуларға таянып та сығарыла. Беренсенән, 10 мартта Архивтар көнө билдәләнде. Сағыштырмаса яңы һөнәри байрам был, 2003 йылда ғына барлыҡҡа килгән, шулай ҙа тамыры тәрәнгә китә – 1720 йыл мартының 10-сы көнөндә Петр Беренсе батша – ”Генераль регламент йәки Устав” тигән Рәсәйҙәге тәүге дәүләт актына ҡул ҡуя. Фарманда дәүләт идараһы нигеҙҙәре теркәлә, дәүләт хакимлығының һәммә органдарында ла актуариус (архивариус) вазифаһы булдырыла. Шунан һанала хеҙмәт тарихы. Икенсе нигеҙ – Рәсәй Архив хеҙмәтенең 100 йыллығы – 1918 йылдың 1 июнендә Халыҡ Комиссарҙары Советы ”РСФСР-ҙа архив эшен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү тураһында” декрет ҡабул итә. Мәғариф наркоматы ҡарамағында Архив эше буйынса Баш идаралыҡ ойошторола. Унан бирле хеҙмәттең исеме бер нисә тапҡыр икенселәнә, 2004 йылдан – федераль архив агентлығы. Рәсәй Федерацияһы Архив фонды – XI быуаттан башлап йыйылған ярты миллиардтан ашыу һаҡлау берәмеге ул.

      Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл ошо бер быуатлыҡ юбилей саралары хаҡында указы сыҡҡаны мәғлүм.

      Беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостан Фәндәр Академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре – ғилми архив етәксеһе Луиза Ғиниәтуллина, ғилми китапхана мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәмилә Сибәғәтова һәм БДУ-нан тарих фәндәре кандидаты Байрас Буранғолов. 

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна