Тауыш аша белдерелгән ил һүҙе

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Тауыш аша белдерелгән ил һүҙе

      – Һайлау тураһында булыр бөгөн һүҙ. ”Әлбиттә” тип тә өҫтәйек, сөнки ҙур, мөһим сәйәси сара ғына түгел, тотош бер процес та булды был һәм тауға күтәрелеү уның итәгенән башланған кеүек, түбәһенә менгәс, аръяғында нимәләр ятҡанын да күреү дөрөҫ. Йәғни һайлау кампанияһын тулы күрһәтеп барған беҙҙең радиола йомғаҡ тапшырыуы ла кәрәк һәм быны беҙ бөгөн дә эксперт ярҙамында башҡарырбыҙ.

      Йомғаҡтың бер өлөшө тапшырыуҙың аҙағында түгел, башында ла булһын. Беренсенән, көтөлгән тормошҡа ашты – Владимир Путин башҡаларҙы арҡан-арҡан ара ҡалдырып уҙҙы һәм быны тик ыңғай баһалау дөрөҫ, тигән уй ныҡ. Сөнки асыҡлыҡ бирҙе, баяғы тауға тура ынтылырғамы, урап уҙырғамы, уңдан урарғамы, һулданмы һәм башҡаларҙан ғибарәт икеләнеү юҡҡа сыҡты. Икенсенән, һүҙ сыҡҡанда әйтелгәндең – кешеләрҙең кем фамилияһы эргәһендә билдә ҡуйырға йыйыныуы менән ғәмәлдәге проценттарҙың яҡынса тура килеүе тауыш биреүҙең, һанауҙың барыбер ҙә ғәҙел тормошҡа ашҡанын иҫбатланы. Өсөнсөнән, һайлаусы һайланы. Был иртәнсәк үк, участкалар асылғас та, кешеләрҙең күпләп килә башлауында ла күренде, республика Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырылған мәғлүмәттәрҙең 2012 йылғы президент һайлауындағынан да, 2016 йылғы Дума кампанияһындағынан да юғарыраҡ булыуы менән дә раҫланды.

      Шулай итеп, иҫәп буйынса алғанда етенсе тура президент һайлауы тамам һәм бынан ил иркенерәк тын алып ҡалды, тимәй ҙә булмай, сөнки, көтөлгән бойомға ашыуға, тауыш биреү ифрат тыныс үтеүгә ҡарамаҫтан, көсөргәнешлек тә булманы түгел – донъяның биләмә яҡлап иң киң илендә туранан-тура тауыш биреү юлы менән дәүләт башлығын билдәләү еңел эш түгел: быға ҡағылышы булғандарҙың ифрат ҙур бурысты атҡарып сыҡҡанын хөрмәт менән белдерергә кәрәк.

      Ҡалған фекерҙәрҙе ҡунағыбыҙға ҡалдырайыҡ – студияла йәмәғәт эшмәкәре Фәнил Ҡоҙаҡаевты сәләмләйбеҙ.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями