Рәсүл Сәғитов:
Һүҙҙе ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров ҡатнашлығында дауам итәбеҙ.
– Ер мәсьәләһен күтәрербеҙ бөгөн. Һәм бының өсөн нигеҙ, һәр ваҡыттағыса, күп. Беренсенән, ул республикала, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, иркен, үҙе бер йәм, шуның менән бергә файҙаланыу, бәрәкәтле тотоноу, ә тимәк, тәрбиәле тотоу теләнгәндән кәм. Ниңә һуң шулай? Ҡәҙере юҡмы? Иген икмәле төбәктәрҙә ҡәҙере бар, ҙур – ҡуртымға биреп тә әҙме-күпме килем алына. Ауыл хужалығы өсөн уңайһыҙ йә бөтөнләй яраҡһыҙ урындарҙа инде әле булһа пайҙарын алмаусылар байтаҡ. Сөнки кәрәкмәй, тигән һығымта ныҡ – һалым яҡлап кеҫәгә генә көс. Ләкин барыбер ҙә, сабынлыҡ булһа ла эйәле булырға тейеш тәһә.
Һәм тап хужа табылһын өсөн дә 2016 йылдың йәйе башында әле Рәсәй президенты Владимир Путиндың Алыҫ Көнсығышта бушлай ер биреү тураһындағы указы сыҡҡаны билдәле. Столыпин проектын хәтерләтте был – ул дәүерҙә 3 миллиондан ашыу кеше илдең үҙәк губерналарынан ситкә күсенә бит. Һәм файҙаһы ла тейә – ун йыл эсендә генә шул ҡыр-ситтәрҙә демография һәм иҡтисад кимәле ҡырҡа күтәрелә. Бөгөн дә шулаймы? Быны раҫлау ҡатмарлы, сөнки, беренсенән, йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән – күп нәмә үҙгәргән, иген ҡутарылып уңа, эйе, былтыр ғына ла ана күпме йыйҙыҡ та, һаттыҡ та, ләкин бөгөнгө Рәсәйҙе тулы мәғәнәлә аграр мәмләкәт, тип булмай. Йәнә лә ул ваҡытта крәҫтиәндәр бара, ә бөгөн ер тигәндә тәү нәүбәттә ҡала яны һәм унда ҡатлы-ҡатлы йорт һалыу күренеше баҫа алға.