Инерҙән алда сығырыңды уйла!

Бөгөн бөтә Рәсәй Кемерово ҡалаһында йәшәүселәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.  Сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк булыусыларҙың һаны 64-кә етте. Үлгәндәр һәм юғалғандар араһында балалар күп. 10-дан ашыу кеше дауаханала, икәүһе ауыр хәлдә.  Ваҡиға урынына 600-ҙ ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, улар бинаның бөтә ҡаттарында ла тикшереү эштәре уҙғарған. Бина буйлап хәрәкәт итеү үтә лә ҡатмарлы, көслө төтөн ҡаплаған. Түбә емерелгән. Видеояҙмаларҙан күренеүенсә, сауҙа үҙәгенән ҡуйы ҡара төтөн күтәрелә. Янғын һүндерелһә лә, быҫҡып ята. Хәҙер бинаны эстән ялҡын ялмаған. Был иһә ҡотҡарыу-эҙләү эштәрен алып барырға ҡамасаулай.

Фото №1 - Инерҙән алда сығырыңды уйла!

Ауыр ҡайғы ҡала халҡын тағы ла нығыраҡ берләштергән. Ҡан тапшырыу үҙәктәрендә иртәнге сәғәттәрҙә үк сираттар барлыҡҡа килгән. Кешеләр фажиғә урынына сәскәләр һәм уйынсыҡтар килтерә.

Тәфтишселәр янғын сәбәптәрен асыҡлай. Бер нисә версия ҡарала. Шаһиттарҙан, сауҙа нөктәләренең хужаларынан һәм арендаторҙарҙан һорау алына. Суд экспертизаһы билдәләнгән. Фажиғәлә ғәйепләнеүсе 4 кеше ҡулға алынған.    

Владимир Путин Кемерово фажиғәһендә һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Йәрәхәтләнгән кешеләргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләне. Дәүләт башлығы ғаиләләргә ярҙам итергә, шулай уҡ дауалау буйынса барлыҡ сараларҙы күрергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Кемеров өлкәһе губернаторы Аман Тулиев исеменә ҡайғы уртаҡлашып, телеграмма ебәрҙе. Унда билдәләнеүенсә, был фажиғә, айырыуса балаларҙың һәләк булыуы, Башҡортостан халҡын тетрәндерҙе. “Ауыр юғалтыуҙы Кемерово халҡы менән бергә кисерәбеҙ”, - тиелә телеграммала.

Кемерово өлкәһендләге ҡот осҡос фажиғәгә бәйле төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында “ҡыҙыу бәйләнеш” асылған. Уның һандары – 8 3842-58-23-33. Ошо уҡ телефон буйынса психологик ярҙам күрһәтелә.

Янғын башланһа йәки башҡа хәүеф янаһа, нимә эшләргә? Хәҙер ошо турала һөйләшмәксебеҙ.

Ҡунаҡтарыбыҙ: Өфө ҡалаһы граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим Абдуллин һәм Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса янғын хәүефһеҙлеге идаралығының янғынды иҫкәртеү бүлеге етәксеһе Ленар Даянов. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ