Рәсүл Сәғитов:
– Һалымдар һәм йыйымдар булыр бөгөн үҙәк мәсьәлә. Сөнки, беренсенән, ошо арала был хаҡта һүҙ ҡуйыра, икенсенән, ғөмүмән дә әллә ни тынғаны юҡ, өсөнсөнән, иҡтисадсы булмаған ватандашыбыҙ ошо өлкәлә лә тормошҡа аша торған үҙгәрештәрҙе төптән белә барырға тейеш, тигән уй ныҡ.
Нимәгә кәрәк һуң һалымдар? Рәсми телдә әйтһәк, дәүләт тарафынан хакимлыҡ вәкәләттәрен бойомға ашырыуҙың иң боронғо ысулдарының береһе улар һәм дәүләт үҙенең социаль бурыстарын үтәһен өсөн мотлаҡ шарт – ә әлеге йөкләмәнең демократик йәмғиәттәрҙең төп йөкмәткеһе, ул ғына ла түгел – мәғәнәһе икәне асыҡ билдәле.
Тотош бер донъя, фән, тармаҡ был, шуға күрә, ойошмаларҙан да бигерәк, граждандар түләгән һалымдарға иғтибар ителер бөгөн. Ә ул тигәндә тәү нәүбәттә табышҡа һалым күҙ алдында баҫа һәм уның оҙаҡ дәүер инде – 2001 йылдан 13 процент күләмендә һаҡланғанын беләбеҙ. Ярайһы түбән һан, сөнки Рәсәйҙә бөтә фондтарға эш биреүсе түләй. Йәнә лә күпселек йыйымдарҙың килемдән тотоп алыу аша башҡарылғаны мәғлүм, аҡса ҡулға «таҙа» килеш инә, шуға әллә ни иғтибар ҙа ителмәй. Ҡыҫҡаһы, һалымһыҙ икәнһең, алымһыҙһың да – тейешлене түләмәйенсә социаль ярҙамға иҫәп тотоу хаҡ түгел, осһоҙ нәмәнең бер осо булыусан.
Мәсьәләгә тәрәнерәк инер өсөн әйтелгән ошо ҙур инеш һүҙҙән һуң фекер алышыуға күсәбеҙ. Студияла Башҡорт дәүләт университетының финанс һәм һалымдар кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ғәлимованы сәләмләйбеҙ.