Хеҙмәтләндергән йорттарынан ҡолаҡ ҡағырға теләмәһәләр, миллиондарҙы түләргә кәрәк буласаҡ.

Төҙөлөш һәм торлаҡ буйынса республика комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Дияров менән әңгәмә. Эфирҙа: Гүзәл Ситдиҡова.

Фото №1 - Хеҙмәтләндергән йорттарынан ҡолаҡ ҡағырға теләмәһәләр, миллиондарҙы түләргә кәрәк буласаҡ.

 

 

Динар Дияров: Идарасы компаниялар бөгөн барыһы ла лицензияла эшләй. Тикшереү үткәргәндән һуң, етешһеҙлек, ҡағиҙә үтәмәүҙе табабыҙ икән, бойороҡ бирәбеҙ. Унда штрафтар ҙур, миллионлаған һум аҡса ҡайтарырға кәрәк осраҡтар ҙа бар. Шуны үтәмәһә, беҙҙең ике бойороҡтан һуң үҙе хеҙмәтләндергән йорттан ҡолаҡ ҡаға ала. Йәки беҙҙең ул йортто тартып алырға хоҡуғыбыҙ бар. Элек был суд аша башҡарыла ине, бөгөн быны лицензион комиссия хәл итә ала.

Гүзәл Ситдиҡова: Ә эшҡыуарҙарҙы ҡыҫмау законы? Динар Дияров. Бында ла үҙгәрештәр индерелде. Торлаҡ кодексының 20-се статьяһында (торлаҡ күҙәтеүе статьяһына) ярашлы үҙгәреш. Иҫкәртеү. Идарасы компания беренсе тапҡыр ҡағиҙә боҙа икән, идарасы компания хужаһына тәүҙә иҫкәртеү эшләйбеҙ. Хат ебәрәбеҙ. Ҡыҫылмайбыҙ, баҫым яһамайбыҙ. Ул үҙе килә, отчет бирә. Үтәмәй икән, тикшереү менән барабыҙ һәм инде бойороҡ сығарабыҙ.

Гүзәл Ситдиҡова: Яңы закондар?

Динар Дияров: Суд буйынса әйттем. Унан һуң идарасы компаниялар милекселәр ойошмаһын алып барырға тейеш. Халыҡ үҙе реестрҙы һорап ала ала. Ҡайҙа йорт комитеты бар, шунда проблемалар аҙыраҡ, идарасы компаниялар яҡшыраҡ эшләй.

Гүзәл Ситдиҡова. Әммә йортта йәшәүсе комуналь хеҙмәттәр өсөн аҡса түләй, улар уны комитетһыҙ ҙа эшләргә тейеш. Управдом-кешенең дуҫы булған хәлдә лә.... ?

Динар Дияров. Торлаҡ кодексының 44, 45 статьяларына ярашлы, халыҡ идарасы компаниянан баш тарта ала. Гис жкх тигән дөйөм база бар. Унда бар идарасы компаниялар индерелергә тейеш. Һәр кем шәхси кабинет аса ала. Һәм күҙәтеп барырға. Түләүҙәр башҡарырға ла. Әммә түләүҙәрҙе уның аша башҡарырға теләүселәр аҙ. Мин уларҙы аңлайым, үҙем дә интернет аша түгел, банкка барып түләйем.

Гүзәл Ситдиҡова: Йорт авария хәлендәме түгелме икәнең ҡайҙан белергә?

Динар Дияров: Халыҡ үҙе эксперттар саҡырырға тейеш. Капиталь ремонтта етешһеҙлектәр бар икән, бында төбәк операторы аҡсаны ҡайтарып бирә. Бөгөн иң күп һорауҙар ҡыйыҡтан аҡҡан һыу буйынса.

Тулы тапшырыу:

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Акции БСТ