Уҡытыусы, ярҙам ит, әммә зыян итмә

Уҡытыусылар уҡыусыларға тәүге ярҙам күрһәтергә тейеш. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индерҙе. Был башланғыс буйынса, балалар имгәнгән, ағыуланған осраҡта, бәхетһеҙлеккә тарыһа, уларҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурғыныс янаһа, педагогтар медицина ярҙамы күрһәтергә бурыслы. Ҡанун проекты буйынса бөгөн фекер алышырбыҙ.

Фото №1 - Уҡытыусы, ярҙам ит, әммә зыян итмә

Ҡунаҡтарыбыҙ: “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәге етәксеһе, өс бала әсәһе Зилә Аксенова, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Динара Латыпова, республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге директоры Фәнил Нурыев. 

Телефон аша беҙҙең студия менән тура бәйләнештә Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Фәйзулла Абдрафиҡов.

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
БАШКОРТТАР-БСТ
Медиа школа