Йығылған ағас-беҙҙең ағас. Закон буйынса.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора.

Фото №1 - Йығылған ағас-беҙҙең ағас. Закон буйынса.

 

ГС. Ауыл ерендә ағас мәсьәләһе теңкәне ҡоротҡайны. Яңы закондың ғәмәлгә инеүе-шәп. Ҡасан?

ЗБ. 2019 йылдан. Уға тиклем закон урман хужалығы тарафынан еренә еткереләсәк. Эйе, элек йығылған ағастарҙы алып ҡайтыр өсөн район үҙәгенә барып рөхсәт алырға кәрәк ине. Былай алһалар, штраф. Йә коррупция сәскә ата, аҫтан һатыу бара ине. Хәҙер иркен рәүештә алырға мөмкин Яңғын сыҡһа, тәүҙә ҡороған ағас яна башлай, йә өйкөм булып ҡамасаулап ята, техника үтә алмай. Урман да таҙарып ҡала. Уның ыңғай яҡтары бихисап.

ГС. Урман тергеҙеү проблемаһы. Ағастарҙы ҡорттар ашай. Уларҙы ағыулау өсөн финанстар етмәйме, кадрҙар етмәйме, закон үтәлмәйме?

ЗБ. Кешеләр етәрлек. Яңы закондар үтәлергә тейеш. Айырым майҙандарҙы айырым ҡарау, арендаға биреү хаҡында ла һүҙ бара.

ГС. Һеҙ тәҡдим ителгән закондар үтәләме, юҡмы-быларҙы күҙәтеп бараһығыҙмы? Депутаттың бурысына инмәгән хәлдә лә. Үҙегеҙ өсөн генә?

ЗБ. Эйе. Мәҫәлән, эскелек буйынса законды. Өйөндә араҡы һатҡан өсөн тәү тапҡыр 30 меңдән 50 меңгә тиклем штраф. Икенсе тапҡыр тотола икән, енәйәт эшенә тарттырыу. Йәки кемдер уның араҡыһын һатып алғандан һуң, үлә икән-шулай уҡ һатыусыға енәйәт язаһы бирәләсәк.

ГС. Күршеһен һатырға теләүселәр күп булырмы?

ЗБ. Миңә лә ундайыраҡ хәбәр килә: участковый күрмәмешкә һалына тигән. Ул саҡта тура миңә яҙһындар. Ситтә ҡалмайым.

ГС. Ул башҡа ерҙән дә һатып аласаҡ, закон эсеүсе өсөн түгел.

ЗБ. Яңы закон проектын эшләйбеҙ. Мәжбүри дауалау хаҡында һүҙ алып барыла. Әгәр ҙә ул енәйәтсе, төрмәлә ултыра икән, параллель рәүештә уны дауалаясаҡтар. Төрмәләр ул эште башҡарырға әҙер. Урындар етә. Әлбиттә, сығымдар ҙур. Әммә эскелектән килгән зыян ниндәй?! Ҡаршы килгән дә күп. Был кешенең хоҡуғы тиҙәр. Әммә бер эскән кеше лә үҙен эскесемен тип әйтмәйәсәк.

ГС. Ауыл кешеһенә дауаханаһы ла, табибы ла кәрәк.

ЗБ. "Ауыл докторы" буйынса ла закондар ҡатыланасаҡ. Улайһа, фатирҙы ҡаланан алалар ҙа, ауылға йөрөп эшләйҙәр, аҙаҡ һыпырталар. Килешеүҙә ул шул ауылда йәшәргә тейеш, тип күрһәтелергә тейеш. 1 миллион һум шунан ғына. Һәм шул аҡса иҫәбенә, ауылда ул табипҡа йорт һалдырыу мәсьәләһен ҡуясаҡбыҙ. 10 йыл йәшәһә, шәхси мөлкәт итеп күсерергә мөмкин буласаҡ. Табиптың йыш алмашыныуы халыҡ өсөн насар. Сөнки табип ауыл кешеһенең һәр ҡайһыһын, нимә менән сирләгәнен, нисек дауаларға кәрәклекте өйрәнеп бөтә.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии