Бысаҡ. Бензин. Битарафлыҡ.

Уҡытыусыға бысаҡ менән ташланыу. Баланы шул хәлгә еткергәндәрме? Мәктәптең план-отчетҡа күмелеүеме? Ата-әсәнең ни ғәйебе? Кем йәмғиәттән азат һәм кем балаһына “бысаҡ тотоп башҡаларға ташлан”,-тип өйрәтеп ултыра. Әәә, төп сәбәп Америка һәм интернетта? Кем шикләнгән?

Фото №1 - Бысаҡ. Бензин. Битарафлыҡ.

 

Журналист Гүзәлиә Балтабаева, психиатр, уҡытыусы, адвокат ҡатнаша.

 

ГБ. Ни өсөн коррекция талап иткән бала менән ғәҙәти бала бер мәктәптә уҡырға тейеш? ГС. Күберәк әйтәм-төрмәнән сыҡҡандар ҙа бер класта ултыра. ГБ. Был бала ла аҡыллы, һәйбәт уҡыған... ГС. Маньяктар ҙа ипле генә кешеләр. Шизофрения һәм психиатрияға ни ҡыҫылышы? Ни өсөн мәктәптә психологтар эшләмәй? Ә, 1000 бала, ә психолог берәү. Яҡшы яуап. ГБ. Отчет-план эшенә күмелгән мәктәп. ГС. Уның хәҙер һылтау итеп тә алыусылар бар. Ҡағыҙ эшем күп ти ҙә, дәрестәре бөтһә, ҡайта ла китә. Ул пландар инде компьютерға һалынған. Һылтау тапмайыҡ. ГБ. Өйҙә ата-әсәләре бала эргәһендә уҡытыусыны тикшерәләр. Балала ул уҡытыусыға ҡарата ихтирам да юҡ, нәфрәте өҫтәлә икән, бысаҡ тотоп та килә ала. ГС. Был ябай психиатрия, әйҙәгеҙ тәрбиә менән генә бутамайыҡ. ГБ. Бөгөн ватсапта уҡытыусы яҙа: тиҙ арала баланың социаль селтәрҙәге битен ҡарап сығаһығыҙ ҙа, миңә отчет бирәһегеҙ. Бармы юҡмы шикле әйберҙәр. Отчет. Фамилия тапҡырына тамға ҡуйҙылар ҙа, шуның менән эш бөттө. ГС.Кемеров, Пермь... ГБ Балаларға ҡаты һүҙ әйтеп булмай, улар шунда уҡ ата-әсәһен эйәртеп килә. Быйыл наркотиктарға тест үткәрергә кәрәк ине, ҡайһы-бер ата-әсәләр төкөрөп сәсеп ҡаршы сыҡты: Нисек инде минең баламды наркотиктарға тикшерергә, уның ниндәй нигеҙе бар? Минең балам псих түгел, ни эшләп беҙ психиатрға барырға тейеш? ГС. Уның ҡарауы, мәктәпкә йылына 20 мең аҡса тапшырырға-уныһын шым ғына килтереп бирәләр. Бер кем тамаҡ ярмай. Коррупция. ГБ. Түләйҙәр һәм мәктәптән тәрбиә лә талап итәләр. Шул уҡ ваҡытта балалар араһында наркотиктар ҙа ҡулланалар, тәмәкеһен дә тарталар. ГС. Мәктәп үҙенең имиджын уйлай. ГБ. Бына элек уҡытыусының абруйы көслө ине... ГС. Коммунизм үтте бит инде.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ