Рөстәм Хәмитов: "Уҡытыусылар ҡағыҙ эше менән түгел, уҡыусылар менән шөғөлләнергә тейеш"

 Кисә Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан Башлығына 10 меңдән ашыу һорау, үтенес, мөрәжәғәт ҡабул ителде. 2 сәғәт ярым дауам иткән һөйләшеү барышында уларҙың 30-ҙан ашыуына яуап ҡайтарылды. Эксперттар әйтеүенсә, башҡа һорауҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.

Фото №1 - Рөстәм Хәмитов: "Уҡытыусылар ҡағыҙ эше менән түгел, уҡыусылар менән шөғөлләнергә тейеш"

Бөгөнгө “Асыҡ студияла” Республика башлығы менән әңгәмә барышында әйтелгәндәр тураһында фекер алышырбыҙ.

Әңгәмәселәребеҙ: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, агросәнәғәт комплексы, бюджет һәм һалым сәйәсәте, тәбиғәт ресурстары һәм экология һорауҙары буйынса комиссия ағзаһы, “Башнедра” фонды президенты Рәсих Хәмитов, иҡтисад белгесе, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы консультация үҙәге етәксеһе урынбаҫары Ринат Мамаев, Благовар районы Советы депутаты Нурлан Ғәниев. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

 

 

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Волна
Телеканал БСТ приглашает желающих на обучающие курсы