Рәсүл Сәғитов:
– Тапшырыуҙы ошолай атауға нигеҙ ҙур: сүп-сар, ҡалдыҡ тип танауҙы сикәнеүле бормағанда, ә, бынамын тигән сеймал булараҡ, ихтирамлы ҡарағанда, заманыңдың алдынғы кешеһе булғанда, һыйлы йәшәргә лә бик мөмкин. Ошоно аңлау ҙа бар: сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү буйынса тендер иғлан ителгәс, ҡатнашырға теләк белдергәндәр көтөлмәгәнсә ишле булып сыҡты. Бөгөн, бер нисә сәғәт элек кенә, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында, өс оператор менән ҡул ҡуйылған ошо килешеүҙәргә арналған тантана үтте.
Замандың зары ла был, сөнки йәмғиәт көнкүреш әйберҙәрен торған һайын күберәк ҡуллана бара, һөҙөмтәлә ҡалдығы ла арта һәм быны туҡтатыу ҙа бик ҡатмарлы – хәлле кешене, әҙерәк ал, сама бел, тип тыйып булмай, ә етештереүсе, киреһенсә, мөмкин тиклем мулыраҡ һатырға тырыша. Шуға күрә бөгөн сүп-сар – әхләҡи ҙә мәсьәләгә әйләнә, ә инде уны тәртипһеҙ ташлау – күптән шул өлкәлә.
Етештереү һуңы ҡалдыҡтарҙы бөтөрөү булырға тейеш шуның өсөн. Әйберҙе сығарырҙан алда сүбен сығарыу уйланылһын. Ошо эш бер нисек тә башҡарылмаһа, планета күп метр, хатта километрлыҡ ҡыйға күмелер ине.
Тәртипле булған, йәғни уны тейешле урынына һалған, хәлдә лә, ошоғаса унан алыҫ торҙоҡ – сүпте айырым йыйыу яңы ғына ғәҙәткә инә.
Сүп-сар эшҡыуарлығы ике яҡлап өҫтөнлөклө: әлегә барыбер ҙә конкуренция түбәнерәк һәм йүнәлеш – юғары рентабелле: башлап ҡына торғанда ла 20 процент булып китә. Сеймал хаҡы сағыштырғыһыҙ осһоҙ. Унан етештерелгән пластик һауыт йә төрөү әйберҙәрен әллә күпме ҡиммәткә һатып була. Сеймал йәһәтенән киләсәк тә өмөтлө: кешелек йәшәгәндә ул да гел буласаҡ.
Студияға Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы экология именлеге бүлегенең геология һәм экология күҙәтеүе секторы мөдире Рөстәм Кәримовты саҡырҙыҡ.