Ярлылыҡтан – барлылыҡҡа

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ярлылыҡтан – барлылыҡҡа

      – Бөгөнгө һөйләшеүҙе «Берләшмә» форумының һыуынып өлгөрмәгән әле эҙҙәре буйлап үткәрәбеҙ.

      Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолдо был һәм 24-25 апрелдә Башҡортостанда эшләне. Төп ултырыштары Өфөлә, Конгресс-холлда, барһа ла, быны асыҡлап әйтмәнек, сөнки ҡатнашыусылары республиканың, баш ҡаланың башҡа урындарында ла булды. Яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн федераль кимәлдәге ошо палатаның илдә 1994 йылда барлыҡҡа килгәнен, «Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Йәмәғәт палатаһы» тип йөрөтөлгәнен,  өҫтәйек. Әлеге рәүеш һәм йөкмәткеләгеһе 2005 йылдан эшләй. 2012 йылғаса ике йылға бер һайлана ине, хәҙер – өс йылға бер. Былтыр июндә яңыһы формалашып бөттө, секретары – журналист Валерий Фадеев.

      Йәмәғәт палаталарының төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, барлығы мәғлүм һәм беҙҙең палата форумды уҙғарыуҙа яҡындан ҡатнашты.

      Сара шулай һәр федераль округта уҙғарыла килә, был юлы Волга буйы округы вәкилдәре йыйылды. Кисәге тәүге пленар ултырыштың йөкмәткеһе «Социаль ғәҙелһеҙлек һәм лайыҡлы тормош» тигән атамаһына тура ла килде. Модераторы, ә ул палата секретары үҙе булды, ҡырҡыу проблемаларҙы йәшермәҫкә, һорауҙарға яуаптар табырға кәрәклекте асыҡ әйтте. Уның фекеренсә, социаль ғәҙелһеҙлек иҡтисади үҫеште тотҡарлай, быға кире миҫал итеп Европа дәүләттәренең Икенсе донъя һуғышынан һуң тиҙ аяҡҡа баҫҡаны килтерелде – сөнки кешенең табышы йылдам күтәрелә. Оло компания етәксеһе менән ябай эшсенең хеҙмәт хаҡы араһындағы ҙур айырмаға ла иғтибар ителде һәм модератор ошоға залдың фекерен һорашты. Махсус пульттар таратылғайны, шуның ярҙамында әлеге айырманың нисә тапҡыр икәне буйынса тауыш бирә алдыҡ.

      «Берләшмә» форумы ошоғаса Әстрханда булғайны, беҙҙән һуң Ханты-Мансийск, Томск, Тула, Калининград, Южно-Сахалинск килә. Йомғаҡлау сараһы 2-3 ноябрҙә Мәскәүҙә үткәрелә. Ошонан сығып илдә граждандар йәмғиәтенең торошо тураһында йыллыҡ доклад эшләнәсәк. Һәм кисә-бөгөн Өфөләге эш тә, ҙурҙан алғанда, ошоно билдәләүҙән ғибарәт ине: түңәрәк өҫтәлдәрҙә коммерцияға ҡарамаған берекмәләр вәкилдәренә сығыш яһау, проблемаларын атау, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлек киң бирелде.

      Һүҙҙе йәмәғәт эшмәкәре, фәлсәфә фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов ҡатнашлығында дауам итәбеҙ.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии