Эшҡыуарҙарҙың бер проблемаһы: һаранлыҡ һәм көнләшеү.

Эшҡыуар Айбулат Уразбахтин менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора. 

Фото №1 - Эшҡыуарҙарҙың бер проблемаһы: һаранлыҡ һәм көнләшеү.

 

Айбулат Уразбахтин: Бөгөн бизнеста анһат юл менән баралар. 300 һумға футболка алалар ҙа 1500 һумға һаталар. Ә сәнәғәт, етештереү юҡ. Бөгөн сауҙа кризиста. Эшҡыуарҙар яңы кимәлгә күтәрелергә теләмәй. Сөнки етештергәндә күп көс һалырға, башыңды эшләтергә кәрәк. Ул ҡыйын эш. Күп кеше уны алып бара алмай. Көс кәрәк. Ләкин уны ҡыйынлыҡ итеп ҡарарға кәрәкмәй. Аллаһы тәғәлә үҫтерер өсөн һынауҙар бирәме икән.

Гүзәл Ситдиҡова: Әммә субсидияларҙы хөкүмәт бирә, эшҡыуарҙарға ярҙам программаһын дәүләт төҙөй, эшҡыуарҙарҙы ҡоро ярға һалымдарҙан торған бюрократик ишектәр килтереп терәй.

АУ. Күп эшҡыуарҙар илай. 12 йыл типографияла эшләйем. Ата-әсәйем эшселәр, ярҙам итмәнеләр, киреһенсә, аҡса насар, сауҙа насар, спекулянттар тип ҡаршы торҙолар, Совет осоронда тәрбиәләнгән кешеләр. Мин үҙемде үҙем эшләнем.

АУ. Эшҡыуарҙарҙың бер генә проблемаһы бар: һаранлыҡ һәм көнләшеү. Шуға ла беҙ аҡсаны йәлләйбеҙ. Ә Аллаһы тәғәләнең закондары бар. Күберәк биргән һайын, күберәк алаһың. Һалым кеүек беҙҙә зәкәт тигән нәмә бар. Эске күңелдән бәйләнеү юҡ икән матди сығымдарға, юлың уңасаҡ.

ГС. Күптән түгел эш башларға теләгән таныштар аҡса эҙләне. 200-ләгән башҡорт эшҡыуарына мөрәжәғәт итте. Кемдән 1000, кемдән 2000 һорап. Береһе лә ярҙам итмәне. Был нимә?

АУ. Шул һаранлыҡ.

ГС. Улар хатта реклама өсөн йәлләй. Билдәле эшҡыуарҙар, юғарыға күтәрелгәндәр, шул иҫәптән, артистар мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә. Ә ниңә беҙҙә ул юҡ?

АУ. Сөнки беҙҙең өсөн эшҡыуарлыҡ яңы төшөнсә. Бер ҡасан да уның менән шөғөлләнмәгәнбеҙ. Белмәйбеҙ. 4 категория бар. 1 категория Эшсе. 2 категория эшҡыуарҙар. 3 етәкселәр, йәғни яугирҙар. 4 категория уҡыутыусылар. Башҡорттар элек-электән яугирҙар булған. Сауҙа беҙҙең өсөн ят. Әммә беҙ бар этаптарҙы үтәбеҙ. Сөнки һуғыш булмағанда, уларҙы үтер кәрәк.

ГС. Һеҙ заманында Учалының данлыҡлы Ләйсән ансамблендә бейенегеҙ. Сәнғәт буйынса ла китә ала инегеҙ.

АУ. Атайым әйтте: улар хобби ғына була ала тине.

ГС. Бөгөн бөтә ерҙә уйын-көлкө, ҡайҙа ҡарама, шоу, тамаша, уларға аҡса күпләп бүленә, ҡасан дәүләт спортсыларға һәм эшҡыуарҙарға алды менән боролор тигән ҡараш йәшәй. Ул арты менән дә тормай.

АУ. Тормай ғына түгел, бар шарттар булдырылған. Матди яҡтан. Әммә халыҡта белем юҡ. Уға ни, эсһә булды.

ГС. Әммә эшҡыуарҙар бәләкәй генә ауылда 3-4 магазин тота. Араҡыһыҙ ҙа бизнес бармаясаҡ.

АУ. Хәҙер бизнесмен булдым, кеҫәмде аҡса менән тултырам да мин бәхетле булам тип уйлайҙар. Улай булмай. Ул күберәк социаль әһәмиәткә эйә тип әйтер инем. Бер яҡлылыҡ, унайлылык зонаһы кешене деградацияға килтерә. Эшҡыуарҙарҙа рухи үҫеш булырға тейеш. Тегеләйенә, ул кеҫәһен генә уйлаясаҡ. Һәм проблема тыуа. Коррупция ла ошонан килеп сыға.

ГС. Һеҙ коуч булараҡ та бизнес тренингтар үткәрәһегеҙ. Кисә Аяз, бөгөн Айбулат, ә пилорамда кем эшләйәсәк?

АУ. Мин пилорамда эшләйем дә. Тик белем бар икән, уны кешеләргә бирергә кәрәк. Пәйғәмбәрҙәр ҙә шулай тигән.

ГС. Ҡатының селтәрле маркетингта. Берегеҙ бизнесы иҡтисад өсөн, икенсеһе үҙ кеҫәһенә генә эшләй. АУ. Селтәрле маркетинг-ул бизнес түгел. Тегеләйенә бөтәһе лә эшҡыуар булыр ине. Ир-егеттәр үҙҙәрен тап етештереүҙә һынап ҡарарға тейеш. Ауыл ерендә йәшәп мал тотһалар ҙа үҙҙәрен фермер итеп күрмәйҙәр. Сөнки белем юҡ. Халыҡ әйтә, бер малдан артыҡ тотһаң, һалым түләргә кәрәк, ти. Һәр саҡ кәрәк. Бирер кәрәк.

ГС. Беҙ былай ҙа продукциябыҙҙы бушҡа тиерлек бирәбеҙ. 50 һумын юлға түләп, 50 һумын урынға түләп 100 һумға һатыу файҙамы? 200-ҙән бирер ине, конкуренция. Янында 10 Мәфтуха 50 һумдан һата.

АУ Урманда үлгән ҡырмыҫҡаны осрата алмаясаҡһығыҙ. Бөтәһе лә ооо, миңә етмәй тип уйлай. Ана, күрешенең яңы машина. Көнләшеүҙән үлер хәлгә етә. Конкуренция позитив булырға тейеш. Аҡса ҡоло булырға ярамай.

ГС. Һеҙ аҡса ҡоломо?

АУ. Юҡ.

ГС. Улайһа, ниңә типография тотаһығыҙ?

АУ. Бурыс. Кешегә эш бирәбеҙме, бирәбеҙ. Һалым түләйбеҙ. Беҙҙең һалым иҫәбенә мәктәптә бушлай уҡыйҙар, дауаланалар.

ГС. Бөгөн тамада булып йөрөгәндәрҙе лә, милли кейем, биҙәүестәр менән бизнес ойошторғандарҙы ла милләт өсөн эшләй тибеҙ. Был да бурысмы?

АУ. Бер бурыс- бөгөн Башҡортостанды тулыһынса туризм төбәгенә әйләндерер инем. Ә беҙ Сибай, Учалыла ер соҡоуҙан ары китә алмайбыҙ. Үҙгәрергә кәрәк үҙебеҙгә. Ситтән турист килә икән, уны ялап ҡуйырға тейешбеҙ. Яйынан тороп. Эстән үҙгәрергә. Сөнки эй ана килделәр, бысраттылар тибеҙ. Улай тип туризм төҙөп булмай.

ГС. Типографияның бөгөнгө хәле? Күсегеҙ туризмға...

 АУ. Типография эше кәмей. Сөнки һәр ойошмала компьютер, принтер. Аҡсаны күпләп эшләр өсөн, тонналап ҡағыҙ баҫтырырға кәрәк. Бер бланк 50 тин тора А4, 10 мең сығарыр өсөн күпме эш ҡыйратырға кәрәк.

 

Тулы тапшырыу:

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии