Донъяны яҡтырта, кәйефте яҡшырта

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Донъяны яҡтырта, кәйефте яҡшырта

      – Ил, республика, ҡалалар, ауылдар, урамдар, хатта йорттар, һәр беребеҙ – байрам рухындабыҙ был көндәрҙә. Бөйөк Еңеүҙең сираттағы йыллығы алдында булыуыбыҙ донъябыҙҙы яҡтырта, кәйефебеҙҙе яҡшырта, күңелдәрҙе сафландыра. Кешелек тарихындағы бындай оло ваҡиғалар, хәлдәр, боролош-үҙгәрештәр, ғәжәп, ваҡыт үткән һайын тоноҡланмай, ә, киреһенсә, сағыулана, баҙыҡлана ғына, вағы онотолоп, мөһиме алға сыға. Нисә-нисәмә миллион кеше ғүмеренең ныҡ иртә өҙөлөүенә, тотош ҡитға тиерлек емерек хәлгә килеүгә сәбәпсе Бөйөк Ватан һуғышының 73 йыллығын билдәләү ҙә – шундай бер үр ул. Ҡайһы саҡ Ватан тарихын белеп еткермәгәне, унан да бигерәк, ғорурланмауы өсөн шелтәләнеүсән йәш быуын да был көндәрҙә, ана – бөтөнләй икенсе. Белә ул. Ғорурлана ла. Тик, бәлки, өлкәндәрсә, тышҡа сығарып, түгелдер. Бар был тойғо, һис һүҙһеҙ бар.

      Байрам саралары ошо тойғоно тәрәнәйтә, яҡынайта, күтәрә. Шуға күрә йәмғиәт бөтә илдә төрлө – шахмат ярышынан алып хәрби парадҡаса – саралар ойошторолоуын бик теләп ҡабул итә.

      Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов менән ошолар тураһында һөйләшергә ниәт.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ