Беҙ барыбер еңеүсе. Беҙ-еңеүсе!

Тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев менән журналист Рафиҡ Әхмәтшин Ростов өлкәһендә үткән ҡаты яуҙар, автосәфәр, илһөйәрлек хаҡында. Йәки, ниңә тапшырыу аҙағында билдәле журналист Рафиҡ Әхмәтшиндың күҙҙәре йәшләнде...

Фото №1 - Беҙ барыбер еңеүсе. Беҙ-еңеүсе!

 

Нурислам Ҡалмантаев: Бурыс ҡуйылған. Ә Обливск станцияһын алып булмай. Сөнки бронепоездар аша Сталинградҡа ярҙам китеп тора. Ул ҡамауҙа ...Улар үҙҙәренең үлерен белә инде ул. Йә ҡала, йә ҡалмай тигән һорау ҙа булмай. Ялан. Дивизия атлылары балкаларға йәшенәләр. Әммә фашистҡа тағы ла еңелерәк. Шул соҡорҙарҙарҙа рәхәтләнеп ҡыралар. Һәр бер яугирға 5-6 бомба тура килә. Бер көн 300, икенсе көн 400-500 һалдат үлә. Ашарҙарына юҡ. Аттарын һуйып ашайҙар. Урындағы ас халыҡҡа ла ашаталар.

 

Рафиҡ Әхмәтшин: 20 минут һайын истребителдәр күтәрелә. Аҡ ҡарҙа ҡара булып асыҡ күренгән беҙҙең атлыларҙы меңәрләп ҡыралар. Приказ бирелгән. Алға китеп булмай. Атҡа сигенергә ярамай. Ә ярҙам күпкә һуңлап килә. Күпме ҡорбан. Ил өсөн...

...Мин Ростовтан икенсе кеше булып ҡайттым. Беҙҙең ауылда Ғилметдин олатай йәшәй ине. Ауыл халҡы көлөп кенә ҡарай ине уға, эй әллә ни һуғышмаған да ул, һыу ташыусы ғына булған, шуға тере ҡалған, тип. Ошо ерҙә һуғышҡанын белә инем. Ҡәҙерен белмәгәнбеҙ. Хәҙер аңланым Ғилметдин бабайҙың ниндәй герой икәнен. Ростовта яу ерендә булып, йөрәгем аша үткәреп ҡайтҡас. Уның шул тиклем ауырлыҡтар күргәнен, бомбалар аҫтында һыуға барғанын күҙ алдына килтерҙем. Беҙҙең дивизиялағы һәр атлыға герой исемен бирерлек.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями