Бүрттерергә, емеш бирер хәлгә еткерергә

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Бүрттерергә, емеш бирер хәлгә еткерергә

      – Үҫмер сағымда әле Өфөнән бер төркөм әҙиптәр килеп төшкәнен – йөрәгемә яҡын әҙәбиәт дәрестәрендә ололап өйрәнелгән, тәбиғәтемдән һалынғанға буйһоноп, әҫәрҙәрен үҙем программанан тыш та ҡалдырмай уҡыған яҙыусы һәм шағирҙар менән ҡырҙаныраҡ булһа ла осрашыуымды, Рәшит ағай Солтангәрәйевтың күҙ алдымда һыбай йөрөгәнен яман тамаша ҡылғаным хәтеремдән мәңге юйылмаҫтыр. Заманы шулай инеме, әҙәби һүҙгә шул ваҡытта уҡ сикһеҙ һөйөүемме тәрән сүкене…

      Бөгөн дә – ҡана ла һуң, тип уйланым ошо көндәрҙә –Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәкселәре, ағзалары – ижадташтарым, әҙәбиәткә йәнен-тәнен йәлләмәгән ватандаштарым, йәш быуынға нәфис һүҙ орлоғо һалырға, һалынғанын бүрттерергә, емеш бирер хәлгә еткерергә теләгән дуҫтарым менән Бөрйәндә йөрөгәнемдә. Мәктәптәрҙә, ялтырауыҡһыҙ, кәрәкмәй ҙә, әммә ихлас ҡаршылауҙарҙы, балаларҙың ҡапҡа тышында уҡ ябай, эскерһеҙ, асыҡ тәбрикләгәнен күргәндә күңел дә тулышманы түгел. Малай ғына булһалар ҙа, ҙурлап, ҡулдарын ҡыҫайым – беренсе курста мәлемдә университетҡа килгән Мостай Кәримдең, армиянан ҡайтҡан егет булһам да, тыйнаҡ, һәр хәлдә хәрби сафтағынан ҡайтыш, тауыш менән һаулыҡ һорашҡас, ҡулын тәүҙә үҙе һонғанын әле лә яҡшы иҫләйем сөнки, ғорурланып иҫләйем.

      Артабан, мөмкин булғанда диктофоныма эләккән тауыштарҙы файҙаланып, күңелдәрҙе күктәргә сорғотҡан, сафлыҡ менән солғаған, эйе, тап әлеге юғары һүҙҙәр менән белдереү дөрөҫ быларҙы, сөнки ысынлап та ла шулай, ошо осрашыуҙар рухын радио тыңлаусым алдында ла баҫтырырға тырышайым. 

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии