Киләсәкте уйлаған – никах туйлаған

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Киләсәкте уйлаған – никах туйлаған

      – Һүҙ үҙәгендә бөгөн ғаилә булыр. Сөнки республикала шул исемле йыл бара, төрлө саралар үткәрелә – ваҡытында һөйләй барырға лә кәрәк. Сөнки заман менән бергә күренештәр ҙә үҙгәрә – йәш быуын мәсьәләгә икенсерәк ҡарай һәм быны тыйып та булмай. Сөнки демография – ҡырҡыу, яҡшыртырға ла яҡшыртырға әле. Юғиһә эшләгәндәр әҙәйә – Рәсәйҙә 2020 йылда уҡ 79 миллионлыҡ эшләгән кешегә 36 миллион пенсионер тура килеүе көтөлә. Пенсия йәшен күтәрергә була, әлбиттә, һәм бөгөн, Петербург иҡтисад форумында, вице-премьер Татьяна Голикова 2019 йылдан өлөшләтә тормошҡа аша башларын да белдерҙе, әммә проблеманы был ғына тулы хәл ҡылмаҫ.

      Нишләргә? Дөйөм ошо һорауҙы Башҡорт дәүләт университеты доценты, фәлсәфә фәндәре кандидаты Гүзәлиә Әсәҙуллина менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкиле – Бәлиғ булмағандар өсөн республика социаль-реабилитация үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлинаға төбәйбеҙ.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями