Баҫыуҙарға баҡҡанда

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Баҫыуҙарға баҡҡанда

      – Күҙебеҙ ҙә, һүҙебеҙ ҙә бөгөн ауылға төбәлер – унда иң мөһим осорҙарҙың береһе – яҙғы баҫыу эштәре бара. Нисек уҙғаны ҡыҙыҡһындыра, сөнки һауа шарттарын ыңғай тип булмай һәм йөрәгендә ил, ер тойғоһо барҙар борсолмай ҙа түгел. Иҡтисади йәһәттән ныҡ алға сығырға ынтылған Рәсәйҙең донъяла иң ҙур биләмәле булыуы ауыл хужалығын үҫтереү мөмкинлеген биреп кенә ҡалмай, ошо бурысты һала ла бит. Тармаҡта етештерелгәнде ситтән нефткә алмаштырып алып та булыр ине, әлбиттә, әммә бының дөрөҫ түгеллеген һуңғы йылдар сағыу күрһәтте.

      Киңлек теүәллек булмаһа ла барғанлыҡты аңлатмай – аныҡ фаразлау, баҙар кәйефен алдан һиҙеү, әҙерәк сығымдан күберәк сығыш алыу был өлкәлә лә көнүҙәк хәҙер, сөнки былтырғы мул уңыш әллә ни мул ҡаҙнаға килтерә алманы. Шуға күрә һуңғы арала «маржа» тигән, айырма, өҫтөнлөк мәғәнәһен биргән, француз һүҙе йыш телдә һәм бөгөн, баҫыу тауары үҙеңә ҡулланыуҙан да бигерәк һатыуға тәғәйенләнгәндә, быға диҡҡәт ҡылмау – хата. Республикала  ошо төркөмгә ҡараған культураларҙы сәсеү тамамланғаны хәбәр ителде лә. Улар өлөшө 12 процент икәнлеге белдерелде, йәғни план 2 процентҡа арттырып үтәлгән. Маржа ғәмәлдә ниндәй һуң? Нуттың, мәҫәлән, тоннаһы – 65 мең һум, тиелә. Ә 3 класлы йомшаҡ бойҙай – 5 меңдән 5 ярымғаса тора. Тәүгеһенең үҙҡиммәте 10 меңдән артмай, тип тә раҫлана. Етен – 27, рапс – 21 меңгә баһалана.

      Ошо инеш һүҙҙән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов менән әңгәмә башлайбыҙ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ