Рәсүл Сәғитов:
– Әҙәбиәт булыр бөгөн үҙәктә. Сөнки кәмендә ике һәйбәт мәғлүмәти нигеҙ бар: беренсенән, кисә генә Мәскәүҙә ҙур йәрминкә тамамланды, унда, йылдағыса, «Китап» нәшриәте лә ҡатнашты, директоры Илһәм Йәндәүләтов белдереүенсә, беҙҙең баҫмалар менән ҡыҙыҡһыныу был юлы ла көслө булған; икенсенән, Сочиҙа «ЛиФФт” Евразия әҙәби фестивале тамамланды. 27 ил вәкиле ҡатнашты унда һәм араларында Башҡортостан вәкилдәре лә булып ҡына ҡалманы, төрлө шөһрәт билдәләре менән бүләкләнде лә.
«Асыҡ студия»ла ошо, икенсе, сараның уртаһында ҡайнаған шағирә Лариса Абдуллина менән шағир Марсель Сәлимовты, йәнә лә йәш әҙибә Айгөл Йәмилеваны сәләмләйбеҙ.