Элемтә һәм эҙемтә

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Элемтә һәм эҙемтә

      – Бөгөн Рәсәйҙә – ҙур ижтимағи-сәйәси көн һәм бында һүҙ президент Путин менән барған, ошо минуттарҙа ла дауам иткән «тура элемтә» тураһында бара. Телевидение, радио каналдары, Интернет  аша тапшырыла ул, күп кеше һорау менән мөрәжәғәт итә.

      Ғәҙәти, йыл да ҡабатланған сара был. Путин ҡатнашлығында – 2001 йылдан башлап, быйыл 16-сы тапҡыр, уҙғарылды: ун бере – президент, дүрте – премьер-министр булараҡ. Былтыр 15 июндә үткәрелгәнен иҫләйбеҙ. Башта ҡыш ойошторолдо, артабан йылыраҡ миҙгелгә күсерелде, сөнки һорауҙарҙың урам-майҙандарҙан да бирелеүе мөһим. Ә былтыр-быйыл июнгә ҡалдырылды.

      2014 йылда Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы үҙәктә булды, 2015-тә – санкциялар, Көнбайыш менән ҡапма-ҡаршылыҡ, 2016-ла эске сәйәсәт һәм иҡтисад мәсьәләләре өҫкә ҡалҡты, быйыл бирелгән төп һорауҙар – бензин хаҡы, пенсия реформаһы, иҡтисади ҡеүәт яҡлап донъяла тәүге биш алдынғы дәүләт араһына инеү.

      Бындай аралашыуҙар ниңә кәрәк? Ҙурҙан алғанда – халыҡ менән дәүләт хакимлығы араһында күпер өҙөлмәһен, киреһенсә нығынһын өсөн: ике яҡ та хәл һәм ниәттәрҙе белеп торорға тейеш. Күпер тураһында тура мәғәнәлә лә әйтеп була: ҡайҙалыр шуны, ниһайәт, һалырғамы, йүнәтергәме мотлаҡ ил башлығы һүҙе кәрәксән. Ошо яҡлап ҡарағанда тура элемтә кәңәшмә төҫөн ала һәм һөҙөмтәһе күпкә үтемлерәк: беҙҙең илдә кеше алдында әйтелгән һүҙҙең көсө ҙур – мәсьәләнең эфирҙа яңғырағандан һуң бер сәғәт үтеүгә үк хәл ҡылына башлағаны осраҡтары ла бар ҡайһы. Һорауҙарҙың күпселеге үтенес-ялыуҙарҙан ғибарәт тә: президент менән биш минут аралашыу байтаҡ йылдар ыҙаларын шундуҡ юҡҡа сығарыусан. Сараның быйыл залһыҙ ойошторолоуы, төбәктәр башлыҡтарына тураға сығыу ошо маҡсат менән аңлатылды ла.

      Артабан – ил башлығының ҡайһы бер белдереүҙәрен яңынан ҡарайыҡ, сәйәсәт белгесе Әхтәр Боҫҡонов һәм журналист, «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире Сибәғәт Рахманғолов менән фекер алышайыҡ.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна