Ренат Мамаев: "Формула һөт баҙарында тәртип урынлаштырыр"

  Оҙайлы килешеү төҙөмәгән һөтсөлөк хужалыҡтарының субсидияһыҙ ҡалыуы ихтимал. Был турала республика ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә белдерелде.

Фото №1 - Ренат Мамаев: "Формула һөт баҙарында тәртип урынлаштырыр"

   Һөт буйынса йыйылыш һуңғы арала ғына икенсе тапҡыр ойошторола. Был яңы һауылған һөткә хаҡтың үтә түбәнәйеүе менән бәйле. Сағыштырыу өсөн, былтыр һөттөң литры 24 һум булһа, быйыл 16 һум. Ауыл хужалығы белгестәре проблеманы оҙайлы килешеү төҙөп, хәл итергә тәҡдим итә. Сөнки былай барһа, күп хужалыҡтарҙың мал һанын кәметә башлауы ихтимал. Әле һөткә хаҡ ҡуйыу формулаһы билдәләнә. Ошо йәһәттән етештереүселәрҙең, эшкәртеүселәрҙең һәм эксперттарҙың фекере иҫәпкә алына. Сит илдәрҙең, Рәсәйҙәге башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелә.

 Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы консультация үҙәге директоры урынбаҫары  Ренат Мамаев менән журналист Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Телеканал БСТ приглашает желающих на обучающие курсы
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии