Үткәненә баҡҡан – киләсәге ишеген дә ҡаҡҡан

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Үткәненә баҡҡан – киләсәге ишеген дә ҡаҡҡан

      – Китап һүҙҙәре тиелмәһен, ысынлап та ла шулай: уҡыусы балалар менән осрашыуҙар минең өсөн – әйтеп бөтөргөһөҙ яуаплы. Заманында, сағыштырмаса ҡыҫҡа арала, әлбиттә, мәктәптә эшләп алыуымдан – һәр дәрескә, йәшермәйем, ҡыл күперҙәй күреп, ентекле әҙерләнеүемдәнме, үҙ уҡытыусыларымдың, рәхмәттәрем сикһеҙ, тәрән ғилемле, киң даирәле, һиҙгер йөрәкле булыуынандыр ҙа, киләсәгебеҙҙең бына әле, алдыбыҙҙа, бәлки, шуҡ ҡиәфәттә лә, әммә ихлас баҫып тороуынандыр ҙа – гел тулҡынланам, гүйә – имтихандамын. Сөнки ҡайҙалыр сит мәмләкәттәрҙә иң башта, бәлки, аҡса эшләргә өйрәтелһә лә, беҙҙә тәү нәүбәттә баҡса, рухи сәскәлек яһауға өндәлеүе, ә дөйөм кешелектең бейек вә бөйөк әхләҡи, рухи сифаттарының, күңел матурлығының, тормошҡа ижади ҡарауҙың иртәме-кисме барыбер ҙә уңышҡа килтергәнен аңлау бар.

      Замансалыҡты модаға һуҡыр эйәреү түгел, уны үҙең тыуҙырыу тип тә төшөнәм мин, һәм был шаҡ ҡатырмау, ә тәжрибәне яңыртыу, сафландырыу, яҡшыны урынлы ҡулланыуҙан ғибарәт булырға ла мөмкин. Балаларҙы, мәҫәлән, әҙәби ижадҡа ылыҡтырыу мәктәптә элек-электән бар һәм бөгөн дә ошоно әләм итеп күтәргән тел, әҙәбиәт уҡытыусыларына дан.

      Аҙна башында Миәкәгә төбәп сыҡҡанда ла  ошо яуаплылыҡ һәм тулҡынланыу тулды күңелдәребеҙгә. Етмәһә – бөйөк Аҡмулла еренә барабыҙ. Ә Нарыҫтау һуң, ә Иҙеүкәй менән Мораҙым! Ҡайҙа ғына баҡма – тарих... Быйылғы йәйҙең тәүге йылы ҡояшынан да бигерәк тарихи тамырҙар ҡәҙерләнеүен күреү шатлығы йылытты йөрәкте.

      Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенә яҡынлашыу менән велосипедтар туҡталҡыһына иғтибар итәбеҙ: тимәк, балалар – йәйләүҙә. Ана үҙҙәре ҡаршылап тора ла.

      Ихлас осрашыуҙан, нәфис һүҙ тантанаһынан рухланабыҙ, балалар күңеленә ижади ҡуҙ һалыныуға, һалынғаны ялҡынланып китеүенә өмөтләнәбеҙ, һорау-яуаптарға күселгәс, малайҙарҙың береһенең көтмәгәндә журналистың эш хаҡы тураһында белешеп ҡуйыуына, берҙән, аптырайбыҙ, икенсе яҡтан аңлашыла ла – ир буласаҡ кеше шулай донъя яғын да ҡайғыртырға тейеш, өсөнсөнән, һәйбәт ҡыйыулыҡтың әле бер кемгә лә ҡамасаулағаны юҡ, ғөмүмән, һорау биреү, айырыуса хәбәрсе өсөн – үҙе бер сәнғәт һәм ошо юлға баҫырға теләүсе быға йәштән күнекһен, әйҙә.

      Бик яҡты тойғолар менән күрше Илсеғолға юлланабыҙ.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна