Һыуһаным – һөнәр бирегеҙ!

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Һыуһаным – һөнәр бирегеҙ!

      – Мәктәп йылдары тамам, уҡыуҙар тағы дауам: ошо аҙнала, 20-һендә, вуздар документтар ҡабул итә башланы һәм был – беҙҙең бөгөнгө тапшырыуға нигеҙ. Сөнки илебеҙҙә юғары белем гел шулай юғары баһаланды, бәҫе һаман күтәрелә, ғөмүмән дә, кеше яҙмышының ғайәт мөһим бер өлөшө, күп осраҡта – боролошо ла бит ул: йырҙа йырланғаса ғына түгел, ғәмәлдә лә оло тормош юлына, үҙаллылыҡҡа сығыла һәм артабан уҡып алып китеү егет һәм ҡыҙҙы аптырашта ҡалдырмай, дәртен арттыра, дарман өҫтәй. Шуға күрә берҙәм дәүләт имтихандарына һәм әлеге кампанияға диҡҡәт беҙҙең радиола ла мул.

      Ҡабул итеүҙә быйыл илдең 83 төбәгенән 483 дәүләт һәм 116 коммерция уҡыу йорто ҡатнаша. Ҡаҙна урындары инженер һәм педагог һөнәрҙәренә артҡан, ә иҡтисадсы һәм юристар, киреһенсә, әҙерәк әҙерләнәсәк, сәбәбе – эш таба алмау. Иң ҙур ярышма йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле һәм тарих буйынса берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе буйынса алынған урындарҙа булыр, тип көтөлә – күпселек ошо фәндәрҙе һайлаған.

      Ә республикалағы мәғлүмәттәрҙе студия ҡунағы – Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары Ринат Төлкөбаевтан ишетәйек.

Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии