Рәсүл Сәғитов:
– Иртәгә, 27 июндә – юбилей. Һүҙ йәштәргә ҡарата барып етмәй, әлбиттә, әммә тап шулай – алтмыш йәш.
Хикмәт бына нимәлә. 1958 йылда әле, бөгөнгө быуын өсөн бик борон заманда, СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «Совет йәштәре көнө» барлыҡҡа килә, июндең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә – түңәрәк һан шунан һаналып әйтелде. Ләкин рәсмилек, юғарылыҡ һуңыраҡ, ил тарҡалыуға бәйле сәйәси үҙгәрештәр тормошҡа ашып, ниндәйҙер дәрәжәлә «ултыраҡлыҡҡа» күселгәс, килә – 1993 йылдың 24 июнендә Борис Ельциндың «Йәштәр көнөн байрам итеү тураһында» күрһәтмәһе донъя күрә. Рәсәй башланғысына донъя кимәлендә лә диҡҡәт ҡылына – 1999 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Халыҡ-ара йәштәр көнөн булдыра, датаһы 12 август тип теркәлә.
1994-тә Йәштәр эштәре буйынса комитет ойошторола, күп тә үтмәй Рәсәй Президенты ҡарамағында Йәштәр эштәре буйынса Совет хасил була. Уға байтаҡ етди үҙгәрештәр үткәреү бурысы һалына, ләкин 1997 йылдан йыйылмай башлай, ә былай 2000 йылға тиклем көсөндә тип иҫәпләнде.
Бөгөн һуң нисек? Өлкәгә иғтибар бик мул: бының менән шөғөлләнгән дәүләт органдары һаҡланып ҡына ҡалманы, йәмәғәт ойошмалары ла күп, арта бара. Арта, сөнки бөгөнгө егет һәм ҡыҙҙарҙың иртәгә үк төп көс булырын аңлау бар – елдең ҡайҙан иҫерен алдан белеү генә түгел, тейешле яҡтан иҫтереү ҙә кәрәк. Дәүләтте тағы ла алғараҡ сығарыр өсөн ҙур аҙымдар, ялҡынлы йөрәктәр хәжәт, ә улар – барыбер ҙә йәштәрҙә.
Ошолар һәм башҡалар тураһында һөйләшәйек тә бөгөн. Беҙҙең тура эфирҙа – Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы баш белгестәре Розалиә Мортаева, Азат Килсенбаев һәм «Воркаут Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Роберт Дәүләтшин.