Сик һаҡлау ҙа булмаған сит

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Сик һаҡлау ҙа булмаған сит

      – Юбилейҙар мәсьәләләргә йәнә бер әйләнеп ҡарау, тимәк, яҡшыраҡ аңлау яҡлап һәйбәт. Ә был инде ыңғайлыҡ һәм кирелектәрҙе күрергә лә ярҙам итә, сөнки ваҡыт күп үткән –  ваҡиғаларҙың ҡуйы нөктәгәсә тормошҡа ашып бөтөүе дөрөҫ һығымта мөмкинлеген бирә.

      Тарихҡа йыш мөрәжәғәт итәмен. Ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр менән шөғөлләнгән һәр белгестең бурысы ла был тигән уйҙамын – бөгөнгөнө төшөнөүҙең, киләсәкте төҫмөрләүҙең яҡшы ысулы тип баһалауымдан ул. Ысынлап та ла: нимә генә булмаһын, алдында уны тыуҙырған шарттар тора бит. Шарттар үҙҙәре лә – ҡайһылыр күренештәр эҙемтәһе. Бик ҡатмарлы тип ғәҙел һаналған сәйәсәттә шунһыҙ мөмкин дә түгел, ә күп милләтле һәм динле, федератив ҡоролошло Рәсәйҙә – айырыуса. Һәм заманса кеше – һәр мәсьәләнең әлеге уртаһын ғына түгел, башын да тәрән белгән, киң мәғлүмәтле шәхес, минеңсә.

      Ошо яҡлап ҡарағанда Башҡортостандың республика булып рәсми ойошоуының, шулай тотош бер сәйәси башланғыс алдына баҫыуының – башҡа милләттәр өсөн дә дәүләтселлеккә юл ярыуының бер быуатлыҡ юбилейы, бының Рәсәй президенты фарманы менән бик юғары кимәлдә, мәртәбәле билдәләнеүе – ифрат яҡшы. Федеративлыҡ та илебеҙ өсөн төҫ икәнен, әйҙәгеҙ, өҫтәмә белдерәйек – күп төрлөлөк ныҡлыҡ та бирә бит. Быны иҡтисадтағы ишлелек –  мәҫәлән, ауыл хужалығындағы мөлкәт, күләм, һауа, ер-һыу шарттары менән дә дәлилләп була – ҡайҙалыр ҡоролоҡ бөтөрһә лә, башҡа урында уңыш көтөргә мөмкин. Йәғни бер-береңде тулыландырыу, шулай сайҡалмау бар. Фекер төрлөлөгөн дә ыңғайға сығарабыҙ һәм дөрөҫ тә эшләйбеҙ ҙәһә.

      Яҡшы, тигәйнек. Сөнки байрамдарға халҡыбыҙ элек-электән донъяһын яңыртып та әҙерләнгән һәм 100 йыллыҡҡа – 100 объект проекты тик хуплауға ғына лайыҡ, быны исем өсөн тип аңлау һис дөрөҫ түгел. Ә инде рухи күтәрелеш тураһында әйтеп тә тормайыҡ – илһөйәрлектең әле бер илгә лә зыян иткәне юҡ.

      Юбилей – Башҡортостандың 1919 йылда автономия алғанынан һуң осорға ғына түгел, ҡарашты төпкәрәк ташлауға ла ҙур сәбәп, сөнки, был статус яуланыуы дәүер-дәүер тәрәндәге ынтылыштарға таянып тора.

      100 йыллыҡҡа исемле тапшырыуҙар ошоғаса ла эшләнде: 1917 йылғы инҡилаптан бер быуат үтеүе айҡанлы ла һөйләшеү үткәргәнебеҙ булды, ер мәсьәләләрен дә ҡараныҡ. Тарихи осорҙарҙы ошолай айырым барлауҙы дауам итербеҙ ҙә, тип ниәтләнәбеҙ.

      Ә бөгөн Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһын иҫкә төшөрөргә булдыҡ. Сөнки бик әһәмиәтле осор була – халыҡ хәрби ҡатламға күсерелә, 67 йыл дауам итә. Ә күпме йыр сығарылған был арауыҡта, ни саҡлы бейеү тыуған – «Абдрахман кантон», «Ҡолой кантон, «Ҡаһарман кантон», «Төхфәт», «Перовский» һәм башҡалар.

      Система индерелеүҙең быйыл үҙенең дә юбилейы етмәһә – 220 йыл тулды.

      Шулай 1798-ҙән 1865-кәсә ғәмәлдә була ошо идара. Йәғни башҡорттар, типтәрҙәр, мишәрҙәр, Ырымбур һәм Урал казактары биләмәләре кантондарға бүленә, халыҡ, әйтелде лә инде, хәрби ҡатламға индерелә – ун һигеҙенсе быуатта төҙөлгән Ырымбур сик һыҙығын һаҡларға ҡушыла. Биш дистанцияға бүленә ул. Башҡорт һәм мишәр кантондары тәүге дүртәүһендә хеҙмәт ҡыла. Ғәскәри хеҙмәткә 25 менән 50 араһындағы сәләмәт ир-егеттәр алынғанын да өҫтәйек. Сиратты йорт старшиналары билдәләй. Йыл һайын дүрт-биш ғаиләнән бер кеше ебәрелә.

      21 кантон булдырыла: 11 башҡорт, 5 мишәр һәм 5 – Ырымбур казактары кантоны. Айырым атамаһыҙ булалар, номерлап ҡына йөрөтөләләр. Кантондар йорттарға йәки командаларға бүленә. Яңы төҙөлгән йорттар элекке улыҫтарға тура килмәй. Йорт старшиналары кантон башлыҡтары тарафынан ҡуйыла, ә уларҙы Ырымбур хәрби губернаторы тәғәйенләй. Кантондар һаны һуңыраҡ, башҡорт ғәскәре ойошторолоуы айҡанлы, 28-гә еткерелә.

      Система 1865 йылда ғәмәлдән сығарыла, сөнки «Башҡорттар менән идара итеүҙе хәрбиҙән граждандар ведомствоһына күсереү тураһында» закон ҡабул ителә.

      Кантон административ бүленешенә республикала егерменсе быуатта әйләнеп тә ҡайтыла һәм был башта телгә алынған да инде датаға һәм документҡа бәйле – Үҙәк Совет власының Башҡортостан хөкүмәте менән Башҡортостан Совет Автономияһы тураһында 1919 йылдың 20 мартындағы Килешеүенә ярашлы, Кесе Башҡортостанда 12 кантон барлыҡҡа килә. Улыҫтарҙан һәм ауыл Советтарынан торалар. Административ һәм иҡтисади идара кантревкомдарға бирелә.

      Оло Башҡортостан ойошторолғас инде, ә бының 1922 йылда бойомға ашҡанын беләбеҙ, Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай, Өфө кантондары хасил ҡылына. Бынан бөгөнгө төбәктәрҙе лә самаларға була. Ике башҡорт ырыуы атамаһы ла бар, бында инде өҫтәмә ғилем талап ителә. Борон ырыуҙар йәшәгән урындарҙы белеү ҙә шулай бик кәрәк, бөгөнгө райондар менән генә сикләнеү дөрөҫ түгел, юғиһә уларҙың тарихы 1930 йылдан ғына башлана – тап шунда кантон системаһы юҡҡа сығарыла ла инде.

      Быларҙы мәсьәлә тураһында, беренсенән, дөйөм мәғлүмәт бирер өсөн әйттек, ҡалғанын оҙаҡламай студия ҡунағы – ошо осор буйынса диссертация яҙған тарихсынан ишетербеҙ, икенсенән, ниндәйҙер ваҡиғалар телгә алынғанда, тарихи шәхестәрҙең ғүмер юлдары өйрәнелгәндә асыҡлыҡ булһын, тинек. Бөгөн шәжәрәләр ихлас төҙөлә, ошо көндәрҙә ғәҙәттә йыйындар үткәрелә – был яҡлап та файҙаһы тейер, моғайын.

      Кантон системаһы бөгөн нисек баһалана? Башҡорттарҙың үҙидараһы юҡҡа сығарыла, сөнки йәшәү рәүеше хәрби закондарға буйһона, хәрби судтар булдырыла. Шуның менән бергә ыңғай яҡтары ла атала – мәҫәлән, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап алып ҡалыу, күп хәрби походтарҙа ҡатнашыу, шул иҫәптән 1814 йылда Парижға инеү донъя күреү йәһәтенән файҙалы була, тип раҫлана. Ентеклерәк һүҙҙе студия ҡунағына ҡалдырайыҡ, ә ул – Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями