“Асыҡ студия” бөгөн ил именлеген, суверенлығын хәстәрләгән тармаҡҡа ҡағылыр. Мәғлүм булыуынса, үҙ халҡының хәүефһеҙлеген, ризыҡ, дарыуҙар менән тәьмин итә алмаған дәүләт үҙаллы була алмай. Ул башҡалар хакимлығында. Бөгөн ана шул суверенлыҡтың бер өлкәһе - аҙыҡ-түлек етештереү, дөрөҫөрәге икмәк тураһында булыр һүҙебеҙ. Беҙҙең төбәккә күскәндә, Республика аграрийҙары быйыл 2 миллион 800 мең тонна иген йыйып алырға планлаштыра. Уңыш яҡшыраҡ булған осраҡта, 3 миллион сиген дә үтергә мөмкин, тип белдерәләр ауыл хужалығы министрлығынан. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов менән ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.