Рәсүл Сәғитов:
– Йәй, ләкин көҙ башы ул, ғәҙәттә, август. Һәм бында әле көн торошо бөтөнләй күҙҙә тотолмай, ә мәғарифҡа, яңы уҡыу йылына әҙерлеккә, ишаралана – эшләнгәнгә билдәле бер йомғаҡ яһау мәле етте. Оло педсоветтың республикала ошо көндәрҙә тормошҡа ашырылыры көтөлә һәм бөгөнгө һөйләшеү уны аса торһон да.
Быны беҙ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназия-интернаты миҫалында башҡарырға булдыҡ, сөнки рәсми статусы ла, йәмғиәттәге урыны ла юғары – дөйөм күренеште лә күҙ алдында асыҡ баҫтырыр. 1944 йылда, ниндәй ҙә яу осоронда, ойошторолған был атаҡлы уҡыу йортон өс йылдан тәүге 17 кеше тамамлай. Хәҙер инде күп-күп меңдәр улар. Яңыса атамаһы 1991-ҙән килә, шул саҡта бөйөк шағирыбыҙ исеме ҡушыла ла.
Ә студияла гимназия директоры Фазлетдинова Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙын сәләмләйбеҙ.