Айырылғанды айыу ашамаҫ

      Рәсүл Сәғитов: 

Фото №1 - Айырылғанды айыу ашамаҫ

      – Күптең сүбе лә күп: донъяла кеше һаны артҡан һайын ҡыйы ла ҡуйыра. Тауар һәм хеҙмәттәрҙе кешелек, 1950 йыл самаһынан башлап, үҙенең бөтә тарихында булмағанса, мул ҡуллана. Һәм бында, башлыса, тап әлеге ҡулланыусы ғына булараҡ мөнәсәбәт ярылып ята. Икенсенән, полиграфия – гәзит-журналдар, реклама проспекттары етештереү сағыштырғыһыҙ ишәйҙе. Өсөнсөнән, бөтә нәмә хәҙер төрөүле – һәйбәт, әлбиттә, һаҡлаулы, әммә шул төргәктәр менән тирә-йүн тулып бара. Ҡый һауыттарында ун йыл самаһы элек нимә ине лә, хәҙер нимә – аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын, ҡағыҙҙы пластик тышлыҡтар ҡапланы.

     Ни эшләргә? Эшкәртергә. Ә бының өсөн ни ҡылырға? Сүпте айырым йыйырға. Ҡыйҙы Рәсәйҙә сорттарға бүлеү аҙымы элегерәк тә яһалғайны, ләкин бөтә ерҙә лә түгел. Ә хәҙер, радио тыңлаусым иғтибар иткәндер ҙә, һәммә 85 төбәктә лә сүп-сар эшкәртеү схемалары эшләнгән. 2017 йыл аҙағында ил президентының ошо хаҡтағы законға ҡул ҡуйғаны мәғлүм. Йәғни 2019 йылдың 1 ғинуарынан был өлкәлә бөтөнләй яңы система көсөнә инә.

      Кәрәк тә был, сөнки тәртипле йыйыу һәм артабанғы эшкәртеү миллион-миллион тонна файҙалы нәмәне яңынан ҡулланыу мөмкинлеген бирерлек, ә бөгөн әлеге эшкәртеү проценты 10 ғына. Европала 60-ҡа етә, тип белдерелгәне бар. Илдең һәр кешеһенә 400-әр килограмм ҡатты көнкүреш ҡалдығы тура килә.

      Ошо мәсьәләләрҙе ҡарарбыҙ бөгөн. Студияға Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәре Лилиә Нуретдинованы саҡырҙыҡ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти